“Кәкүк”те судҡа бирҙеләр20.04.2016
Йыл башынан алып Башҡортостанда суд приставтары 1623 алиментсыны эҙләй. Әле бурыслы 399 кеше табылған.

Федераль суд приставтары хеҙмәтенең Башҡортостан идаралығынан хәбәр итеүҙәренсә, тиҙҙән “кәкүк”тәрҙең береһе суд алдына баҫасаҡ. 40 йәшлек Илдар исемле ир 2003 йылдан алып ике ҡыҙына алимент түләмәгән. 13 йыл эсендә был әҙәмдең балаларына 980 мең һум бурысы барлыҡҡа килгән. Суд приставтарының күп тапҡыр иҫкәртеүенә ҡарамаҫтан, ир даими эшкә урынлашмаған. 2010 йылда алимент түләмәгән өсөн енәйәт яуаплылығына ла тарттырылған.
Эҙләнгән алиментсыларҙың тулы исемлеге менән ведомствоның рәсми сайтында танышырға мөмкин.


Вернуться назад