Башҡортостанда ЮХХДИ-ның “Таҙа автомобиль” тигән сираттағы операцияһы башланды. Был турала республиканың баш дәүләт автоинспекторы Динар Ғилметдинов үҙенең блогында яҙған. “Транспортын тәртиптә тотоу — һәр автомобиль хужаһының бурысы. Үҙебеҙ бысраҡ кейемдә йөрөргә яратмайбыҙ бит, машинаны ла таҙа тоторға тырышайыҡ”, — ти ул. Бынан тыш, баш дәүләт автоинспекторы әйтеүенсә, Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекста автомобилдең номерын уҡып булмаған, шулай уҡ юлды күрәләтә бысратҡан өсөн язаға тарттырыу хаҡында махсус статьялар бар.
“Таҙа автомобиль” операцияһы 28 апрелгә тиклем дауам итә.
А. РАМАЗАНОВ.