Һай, афарин, Айтуған!20.04.2016
Ошо көндәрҙә “Педагогик дебют” Бөтә Рәсәй конкурсына йомғаҡ яһалды. Республикабыҙҙан сарала Мәсетле районының Оло Ыҡтамаҡ ауылындағы 1-се лицей уҡытыусыһы Айтуған Таһиров ҡатнашҡайны. Ул “Йәш уҡытыусылар” номинацияһында беренсе урынды яуланы.
Конкурс һынауҙары араһында дәрес үткәреү, эш тәжрибәһе менән таныштырыу һәм тамашасы алдында сығыш яһау булды. Финал этабында ҡатнашыусыларға үҙең, уңыштарың, ҡаҙаныштарың, асыштарың хаҡында һөйләү мөмкинлеге бирелде. Айтуған Таһиров 1-се кластар өсөн дәрестән тыш уҡыу үткәрҙе. Уның етәкселегендә балалар мауыҡтырғыс “сәйәхәт”кә юлланды, бының өсөн П. Рейднольдстың “Нөктә” хикәйәһе файҙаланылды. Дәрес конкурстағы сараларҙың иң уңышлыһы тип табылды. Эш тәжрибәһе менән таныштырғанда йәш уҡытыусы “Уҡыу уйындарын үткәреү методикаһы” тигән теманы һайланы һәм сығышын милли үҙенсәлектәргә таянып ойошторҙо.