Шүлгәнташ һүрәттәренә – 36 мең йыл20.04.2016
Шүлгәнташ  һүрәттәренә –  36 мең йыл Сит ил ғалимдары Шүлгәнташ мәмерйәһендәге һүрәттәрҙе тикшерҙе һәм уларҙың 36 мең йыл элек төшөрөлгән булыуы ихтималлығын белдерҙе.

Әүәлерәк ҡаялағы һүрәттәрҙең “йәш”е 19 мең йыл тип иҫәпләнә ине. Бындай фекер боронғо усаҡ урынынан алынған күмерҙе анализлауға нигеҙләнде. Әле иһә ғалимдар уран-торий алымын файҙалана. Ул теге йәки был ваҡиғаның датаһын анығыраҡ асыҡлау мөмкинлеген бирә.
— Әлегә был тәүге һөҙөмтәләр генә, — ти археолог Вячеслав Котов. — Өлгөләрҙе өйрәнеү дауам итә, башҡа мәғлүмәттәр ҙә булыуы ихтимал.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, бөгөн Шүлгәнташтағы һүрәттәрҙең барыһын да күреү мөмкин түгел. Улар ғалимдар өсөн генә асыҡ. Белгестәр әйтеүенсә, асышты киң йәмәғәтселек иғтибарына сығарып булмай, сөнки кешеләрҙең күпләп инеүе һөҙөмтәһендә мәмерйәлә һауа температураһы күтәрелә, дым миҡдары арта, эске мөхит микробиологик йәһәттән бысрана. Шулай ҙа боронғо кешеләр яһаған һүрәттәрҙең сифатлы күсермәләре “Шүлгәнташ” музей комплексында урын алыр тип ышанабыҙ. Проекты экспертиза үткән, музей киләһе ике йыл эсендә асылырға тейеш.



Вернуться назад