Бейек маңлайлы ҡатын кем ул?19.04.2016
Бейек маңлайлы ҡатын кем ул? Үткән йәй Арҡайым ҡаласығы янында ҡаҙыу эше алып барған археологтар ғәҙәти булмаған табышҡа юлыға. Һигеҙ метр тәрәнлектә ятҡан ҡәберлектә улар артҡараҡ ҡайҡайып торған уғата бейек маңлайлы баш һөйәгенә тап була. Беҙҙең эраның II-III быуаттарында йәшәгән
30-35 йәшлек күскенсе ҡатындыҡы тип билдәләнгән был табыш журналистар араһында ҙур шау-шыу тыуҙырҙы. Ҡайһы бер сит ил журналистары хатта, Арҡайымда сит планета кешеһенең ҡәбере табылған, тип яҙып сыҡты. Рәсәй телевидениеһы, уға ҡушылып беҙҙекеләр ҙә, март башында ошо турала өс-дүрт көн рәттән саң ҡаҡты.

Ә бит “бейек маңлайлылар” Башҡортостан археологтарына күптән таныш. 1968 йылдың йәйендә беҙ, Өфө ҡалаһындағы 1-се республика интернат-мәктәбенең (хәҙер Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты) IX класын тамамлаған биш егет—Хәйбулла районының Әбеш ауылынан Нур Үзбәков, Баймаҡ районының Беренсе Этҡол ауылынан Нур Һунарғолов, Туҡсоран буйынан (Ырымбур өлкәһе) Миңлевәли Агеев, Йылайыр районының Үрге Ғәле ауылынан Рәсүл Солтанов һәм мин, Тарих, тел һәм әҙәбиәт институтының археология бүлеге мөдире, тарих фәндәре кандидаты Нияз Мәжитов етәкселегендәге экспедицияла ике ай эшләп алғайныҡ.
Ҡалтасы районының Танып йылғаһы буйында ятҡан Мәнәк исемле мари ауылы янында беҙ ҙә тап ошондай табышҡа юлыҡтыҡ. Борсаҡ сәселгән баҫыуҙың бер өлөшөн бульдозер менән таҙартып, тигеҙләгәндән һуң табылған ҡәберҙәрҙе ҡаҙып йөрөйбөҙ (яңы асылған дымлы ерҙә ҡәбер асыҡ күренеп ята). 23-24 июлдә үҙемдең көндәлегемә ошоларҙы яҙып ҡуйғанмын:
“...Ҡәберлек элек “таланған” булған. Барлығы бер нисәүҙе генә таптыҡ. Уларҙың да береһе — баланыҡы: сереп бөткән һөйәктән башҡа бер нәмә лә юҡ. Икенсеһе “таланған”: баш һөйәге янында таз һөйәге ята. Ҡал­ғандарында еҙ балдаҡ, көршәктәр, уҡ-һаҙаҡ, ҡатын-ҡыҙ биҙәүестәре табылды... Мин ҡаҙған ҡәбер тейелмәгән булып сыҡты. Ләкин, ни ғәләмәт, башының осона сыға алмайым да ҡуям. Соҡойом-соҡойом — һаман маңлай. Ҡарыш бейек­лектән ашып китте. “Бының осо булырға тейештер бит инде”, – тип уйланым да ҡаҙып ултырған бысағым менән нығыраҡ төрткәйнем, маңлайы тишелде, юҡ, емерелде лә ҡуйҙы. Нияз ағай әрләр инде тип ныҡ шөрләгәйнем. “Боҙғанһың бит әй!” – тине лә ҡуйҙы. Башҡа бер һүҙ ҙә әйтмәне.
– Ниңә маңлайы ул хәтлем бейек һуң?—тип һораным.
– “Мода” шундай булған... Ғөрөф-ғәҙәттәре... Хәҙер ҙә Африкала ирендәренә дүңгәләк ҡуйып йөрөгән ҡәбиләләр бар бит. Был кеше беҙҙең эраның II–III быуаттарында йәшәгән. “Бейек маңлайлылар”ҙың иң һуңғы вәкил­дәренең береһе. Бала тыуып бер нисә ай үткәс тә, уның маңлайын һыҡтырып бәйләп ҡуйғандар. Баш киңлеккә үҫә алмаған, “өҫкә үрләгән”. Кемдең маңлайы иң “бейеге” – шул иң һылыу һаналған”.
Мин археолог та, тарихсы ла түгел. Хаҡлы ялдағы таусы. Шуға күрә көндәлегемдәге ошо яҙыуға өҫтәп бер нәмә лә әйтә алмайым. Нияз Абдулхаҡ улы ла мәрхүм булып ҡалды. Ул ишеткән булһа, моғайын, хәҙерге быуын археологтарына, мәнәк ҡәбиләләре менән Арҡайым ҡәбиләләре араһындағы уртаҡлыҡтарҙы өйрә­негеҙ, тип әйтер ине.






Вернуться назад