“Ҡайта алмаһам, улыбыҙ нигеҙебеҙҙе һыуытмаһын”19.04.2016
“Ҡайта алмаһам, улыбыҙ нигеҙебеҙҙе һыуытмаһын” Хоҙай Тәғәлә Фазулла ағай менән Нурйыһан еңгәйгә ҙур шатлыҡ ебәрҙе – улдары тыуҙы. Ҡыуанысы эсенә һыймаған йәш атай сабыйына йыш һәм оҙаҡ ҡарап тора, уның менән бер өҙлөкһөҙ һөйләшә, бәләкәсте киң күкрәкле әзмәүер ир-егет итеп күҙ алдына килтерергә тырыша.

Ата-әсә өй-аҙбар төҙөү, емеш баҡсаһы булдырыу тураһында план ҡорҙо. Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, улдарына ике ай тигәндә, изге Ватан өсөн барған дәһшәтле алыштарҙың береһендә Фазулла ағай яу ҡырында ятып ҡалды. Бәләкәс Зөфәр Ғабдуллиндар тоҡомона тартым ине: өлә­сәһе әйтмешләй, терегөмөш, һыуҙағы ба­лыҡ, тик тормаҫ йән, тәбиғәт уға көс-ҡеүәт, ныҡ­лы сәләмәтлек биргән – сыҙам, көслө ихтыярлы.
Егет Балашов юғары хәрби авиация учи­ли­щеһын алтын миҙалға тамамлағас, хәрби полигонда “Ил-28”, “Ан-12”, “Ан-26”, “Су-24”, “Ми-8”, “Миг-25” кеүек 26 төрлө самолет һәм вертолет, һуғыш өсөн тәғәйенләнгән, башҡа ил­дәрҙекенә ҡарағанда бик күпкә ҡеүәтле “Р-66” ракетаһын һынай. Гагарин исемендәге ака­де­мияға ҡабул ителеүселәрҙең исемлегенә ин­дерелә. Уҡыуын тамамлағас, уны космонавтар әҙерләү үҙәгенә ебәрәләр. Ике меңдән ашыу курсант араһынан һайлап алынған 59 кан­дидаттың береһе ул була. Конкурстан үтмәүҙе бик ауыр кисерә. Егетте Ҡарағанда эҙләү ко­манда пункты башлығы итеп тәғәйен­ләйҙәр. Караптар осороу һәм ергә төшкәс уларҙы табыу эшен башҡара.
Сумаҙандарын күтәреп, улын, ҡыҙын ҡо­саҡ­лап, кәләшен эйәртеп, бер гарнизондан икен­сеһенә аҙ йөрөмәйҙәр. Балхаш ҡомлоғонан, Ҡарағанда күмер саңынан һуң Мәскәү ожмах кеүек тойола ҡатыны Зоя ханымға. Бейек йортта йылы, яҡты, иркен фатир. Зоя Әсҡәр ҡыҙы – юғары квалификациялы, абруйлы табибә. Эш урыны йәнәшәлә генә. Улдары Наил Ауыл хужалығы институтының умарта­сылыҡ факультетын тамамлай. Ҡыҙҙары – медицина фәндәре докторы.
Ғүмер иҫкән елдәй, аҡҡан һыуҙай, тиҙәр. Бы­на Зөфәр Ғабдуллин да хеҙмәтен тамамланы. Тыуған ауылына ҡайтырға йыйынып йөрөгәндә атаның да, улдың да кәйефе бик күтәренке ине. Зөфәр Фәзулла улы хәтһеҙ араны йырлап үтте.
Бурыслы һиңә мин, әсәйем – алтыным,
Һиңә тип эҙләнем донъяның аҫылын.
Ай менән ҡояшты бирәм тип уйланым,
Үрелеп алырға етмәне буйҙарым.
Иртә таңда ҡайтып төштөләр. Кеше бейеклек булып үҫкән кесерткән, алабутаны йырып йорт­ҡа уҙҙылар. “…Яңыһын төҙөрбөҙ, был ерҙә өлә­сә­йең яратҡан аллы-гөллө сәскәләр үҫтерер­беҙ…”
Һауа саф, тын алыуы рәхәт, йылға буйын­дағы тирәктәрҙән һандуғастар моңо ишетелә, һуңға ҡалған әтәстәр оран һала. Нәҡ бала саҡ­тағыса. Тәрән уйҙарға ҡалған Зөфәрҙең ҡола­ғына әсәһенең һүҙҙәре ишетелеп торған һымаҡ тойолдо: “Ғүмерең буйына ауылым тип һағыш­ландың. Маҡсатыңа ирештең, һин – бәхетле”.
Нурйыһан апай ҡайнар күҙ йәштәре менән һуғышҡа оҙатҡанда ире уға: “Ҡайта алмаһам, улым нигеҙебеҙҙе һыуытмаһын”, – тигән ине. Изге аманатты йөрәк түрендә һаҡлаһа ла, башта Ватан алдындағы бурысты үтәне. Түбә­һенән ямғыр, ҡар һыуҙары үтеп ултырған өй оҙаҡ йылдар һағышланып көттө үҙен. Реформалар алдынан ҡайтып төштө Зөфәр ауылына. Кешеләр йылы ҡаршы алды үҙен.
Көҙгө батҡаҡтарҙа тыуған ауылында йәшәргә ниәтләп, ирен, улын һағынған Зоя еңгә лә ҡай­тып төштө. Ғабдуллиндар ғаиләһе туғандары, яҡындары менән бергәләшеп күркәм ике ҡатлы ағас өй, аҙбар-ҡура төҙөнө, еләк-емеш ултырт­ты, мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай башланы. Нур­йыһан апай яратҡан сәскәләргә кешеләр һоҡланып үтә. Атаһының изге аманаты ла үтәл­де. Барыһы ла булды һымаҡ… Әй, юҡ! Бала саҡтың тағы бер хыялы тынғы бирмәне. Малай ине әле, олатаһына умарта ҡарарға ярҙам­лашырға бара торғайны. Бал ҡорттары – уның дуҫтары, саҡмайҙар. Битлекһеҙ-ниһеҙ ҡорттар һырып алған рамды тотоп тора. Хәҙер бал һурҙырасаҡтар. Эш тамамланғас, олатай уға ҡалын итеп икмәк киҫеп, тәрилкәгә яңы бал һалып бирә. Малай шишмә йәнәшәһендәге сиҙәмдә ләззәтләнеп бал ашай, ә унан һуң йөҙ­түбән ятып һалҡын һыу эсә. Тәмле лә һуң, телеңде йоторһоң! Ҡайһыһы тәмлерәк: бал яғылған икмәкме, һыумы? Әлбиттә, икеһе лә. Йыраҡта хеҙмәт иткәндә, сит илдәрҙә саҡта, һауа киңлектәрен гиҙгәндә лә ул был тәмде телендә тоя торғайны...
Ваҡыт етте. Дим, Мәнәүез йылғалары туғай­ҙарында сәскәгә күмелгән йүкә, муйыл, балан, гөл­йемеш ҡорттар өсөн ожмах. Зоя Әсҡәр ҡыҙы иренең һәм улының ысын умартасы булыуына тамам ышанды.
Зөфәр Ғабдуллин белемен, тәжрибәһен кү­ңе­ленә бикләп ятҡырмай, ауылдаштары менән ихлас, теләп, шатланып уртаҡлаша. Бала саҡта ҙур ауырлыҡтар күреп үҫкәнгәме, кешеләрҙең хәлен аңлай.




Вернуться назад