Ауыл ерендә халыҡ ҡура тултырып мал аҫрай. Был шөғөл хуплауға лайыҡ. Ҡар иреп бөтә һәм ҡыш буйы кәртәлә торған малды йәйләүгә сығарыу ваҡыты ла етә. Мал аҫрау өсөн көтөү осоро айырыуса әһәмиәтле һәм яуаплы.Хәстәрлекле хужа үҙенең малын көтөүгә сығарыр алдынан уларҙы ныҡлы әҙерләргә тейеш. Ветеринария законы буйынса, һауын һыйырҙарынан һәм көтөүгә ҡуша торған үгеҙ малынан бруцеллез ауырыуын тикшерер өсөн ҡан алына, шулай уҡ туберкулезға һәм эмкар ауырыуҙарына ҡаршы прививка яһала.
Башҡа мәшәҡәт эштәр ҙә күп: ҡуштояҡ малдарҙың үҫкән тырнағын тигеҙләп ҡырҡырға, һыйырҙың мөгөҙө осло икән, осон бысырға, ҡайһы берәүҙәренең оҙон, ергә тейеп торған ҡойроғон тубығы кимәленән ҡалдырып киҫергә лә онотмағыҙ.
Малды тәүге аҙна-ун көндә иртән бесән һәм ашлы һыу менән туҡландырып көтөүгә ҡыуығыҙ. Ас мал өлгөрөп етмәгән йәшел үләнде артыҡ ашап, эсе күбеп ауырыуы ла ихтимал. Башта малды оҙаҡ көтмәҫкә һәм алыҫҡа ҡыуырға ярамай.
Көтөүлектә малдың ятып ял итер урынын алдан тикшереп сығырға кәрәк. Ҡояшлы ваҡытта уларға ағастар ышыҡ булһын. Һыу эсереү урыны ла көтөүлектән әллә ни алыҫ булмаҫҡа тейеш.
Эҫе көндәрҙә малды көтөүгә иртә таңдан ҡыуырға һәм төштән һуң кискә тиклем көтөргә кәрәк. Малды өс-дүрт тапҡыр һыу эсереү файҙалы.
Ял иткән урыны әҙ генә ауышыраҡ булһа, таҙалыҡты һаҡларға бик уңайлы. Әгәр малың ауырыҡһынып торһа, ә инде көтөүгә өйрәнеп бөтмәгән, тәүге быҙаулаған танаңды ике-өс көнгә һуңлап ҡыуһаң да яҡшы, сөнки баштағы мәлдәрҙә малдар һөҙөшә, йүгерә һәм башҡа төрлө хәрәкәт яһай.
Мал үҙенә кәрәкле үләнде эҙләп, көтөүлектә генә тороп ҡалмай, ары китә һәм иген сәсеүлектәрен дә тапап күп зыян килтерә. Ҡайһы берәүҙәр малын көтөүгә ҡыумай — иреккә ебәрә. Был игенлеккә тағы ла нығыраҡ зарар итә.
Үрҙә яҙғандарыма өҫтәп түбәндәгеләрҙе еткерәм. Әгәр мал сәсеүлекте тапап, игенгә төшһә, уның хужаһына штраф һалына. Бынан тыш, бикләп ҡуйылған малды ике-өс көн эйәһе килеп алмаһа, уларҙы ит комбинатына оҙатырға ла күп һорамаҫтар. Иҫегеҙҙә тотоғоҙ, әгәр хужа малын ауыл Советына иҫәпкә ҡуймаған булһа, юғалған йәки зыян күргән осраҡта, уны бер кем дә эҙләмәйәсәк һәм яуап бирмәйәсәк.
Малдарығыҙ һәр саҡ туҡ булһын, күп һөт һәм артым бирһен, юғалмай көҙгә тиклем йөрөһөн!