Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү өсөн Башҡортостанға быйыл федераль бюджеттан 895 миллион һум аҡса бүленгән. Бөйөк Еңеүҙең 71 йыллығы алдынан төп бурыс — республикала йәшәгән һуғыш ветерандарын торлаҡ менән тәьмин итеү. Һуңғы алты йылда ошо маҡсатҡа федераль ҡаҙнанан Башҡортостанға 11 миллиард 68 миллион һум аҡса бүленгән. Был аҡсаға 10146 кеше торлаҡ менән тәьмин ителгән, шуларҙың 2828-е — Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары һәм 7318-е — уларҙың тол ҡатындары. 2016 йылдың 1 апреленә республикала дәүләт ярҙамына мохтаж граждандар һаны 916 кеше тәшкил итә, шуларҙан 69 Бөйөк Ватан һуғышы ветераны торлаҡ шарттарын яҡшыртыуға мохтаж.
Бүленгән аҡса апрель-май айҙарында 718 кешене (916-нан) торлаҡ сертификаттары менән тәьмин итергә мөмкинлек бирәсәк. Ағымдағы йылдың 13 апреленә 386 сертификат әҙерләнгән, шуларҙың 49-ы — һуғышта ҡатнашыусылар өсөн. Еңеү көнөнә тиклем 69 һуғыш ветеранына сертификат тапшырыу бурысы ҡуйылған.