Ә Германияла түләйҙәр...19.04.2016
Һуғыш йылы балаларының да иң йәшенә 70 йәш хәҙер. Уларҙың да күбеһе баҡыйлыҡҡа күсә бара.
Шулай булыуға ҡарамаҫтан, был категориялыларға һаман да компенсация түләнмәй. Шул уҡ ваҡытта ҡайһы бер субъекттарҙа
(улар 15 өлкә) ташлама ҡаралған. Хатта Бөйөк Ватан һуғышында еңелгән
Германияла һуғыш балаларына
йылына, беҙҙең аҡса менән, яҡынса
50 мең һум түләйҙәр.


Әлеге мәлдә Рәсәйҙә 14 миллион һуғыш йыл­ғы бала иҫәпләнә. Компенсация өсөн 140 миллиард һум аҡса кәрәк, тик ул сумма юҡ, ти­ҙәр. Аҡса булмаһа, уны бит алмаштырып була. Әйтәйек, коммуналь түләүҙәргә, транспорт сы­ғым­дарына, дарыуға, туристик юлламаға һәм баш­ҡа хеҙмәт­тәргә. Байҙарға прогрессив һа­лымды 25-30 про­центҡа күтәргәндә лә, ни тик­лем аҡса булыр ине. Бөйөк Рәсәйҙең, элекке СССР урынына ҡалған иң бай ил булып та, Бө­йөк Ватан һуғышында михнәт күргән һуғыш йы­лы балаларына компенсация түләмәүе аптырата.



Вернуться назад