Күптән түгел колбасанан вертолет яһап Иван Урганттың теленә эләккәйнек. Быныһында иһә олпат, етди белгестәр ауыҙына эләгерлек яңылыҡ: Күмертауҙа донъялағы иң еңел вертолет эшләп сығарғандар.
250 килограмм ауырлыҡтағы вертолет бигерәк аҙ сығымлы, еңел һәм тауышһыҙ килеп сыҡҡан. Бер сәғәткә ул ни бары 15 литр бензин ашай икән. Ҡытайҙар аҡсаһына яһалған вертолет менән сит илдәрҙә ҡыҙыҡһына башлағандар, ти. Хаҡына килгәндә, осоусы аппарат ете миллион һум тирәһе тора. Вертолет, әйтеүҙәренсә, мунса башына ла, “ГАЗель” машинаһы кузовына ла ултыра ала икән.