Өфөлә дөйөм өмә барышында 4500 кубометр сүп-сар ҡаланан ситкә сығарылған. Баш ҡала хакимиәтенән хәбәр итеүҙәренсә, сарала 92 200-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡан, меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителгән. Шулай уҡ 400-ҙән ашыу ағас, йөҙҙән ашыу ҡыуаҡ ултыртылған.
Яңы Черкассы ҡасабаһы эргәһендәге ҡалдыҡтар полигоны бөтә предприятиеларҙан, ойошмаларҙан сүп-сар ҡабул иткән. Яҙғы һәм көҙгө санитария айлыҡтары осоронда бында 250 мең кубометрҙан ашыу ҡалдыҡ сығарылған. Полигон биләмәһендә сүп-сар ҡабул итеү өсөн дүрт майҙансыҡ ойошторолған. Шуларҙың өсәүһе — көнкүреш ҡалдыҡтары, берәүһе төҙөлөш сүп-сары, ағас ботаҡтарын урынлаштырыу өсөн тәғәйенләнә.