Юлдар төҙөкләндерелә19.04.2016
Башҡортостан Хөкүмәте бойороғона ярашлы, 25 апрелдән 25 майға тиклем дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын төҙөкләндереү айлығы иғлан ителә.

Төҙөкләндереү саралары юлдарҙың һәм уларҙағы яһалма ҡоролмаларҙың матди-техник торошон яҡшыртыуҙы, юл һыҙат­тарын тәртипкә килтереүҙе күҙ уңында тота. Республикалағы район, ҡала, ауыл биләмәләре хакимиәттәренә һәм предприятие­ларға дөйөм файҙаланыуҙағы автомобиль юлдарын тәртипкә килтереү, төҙөкләндереү, архитектура йәһәтенән биҙәү бригадаларын ойошторорға тәҡдим ителде. Айлыҡ барышында асфальт-бетон япмаларҙы ремонтлау, соҡорҙарҙы ямау буйынса ҙур эш башҡарыласаҡ. Шулай уҡ юл һыҙаттары өлөштәре тәртипкә килтереләсәк. Юл ситен күп йыллыҡ үләндәр менән йәшелләндереү, сүп-сарҙан таҙартыу планлаштырыла.
Айлыҡ тамамланғас, 5 июнгә тиклем тейешле ведомстволар юлдарҙың торошон тикшереп, башҡарылған эшкә йомғаҡ яһаясаҡ.


Вернуться назад