20 апрелдә көндөҙгө сәғәт 3-тән Матбуғат хеҙмәте һәм мәғлүмәт идаралығы начальнигы – Башҡортостан Республикаһы Башлығының матбуғат секретары Фәнүр Йәғәфәров граждандарҙы ҡабул итә. Сараға алдан яҙылыу мәсьәләһе буйынса Өфөлә йәшәгәндәргә республика Башлығы Хакимиәтенең ҡабул итеү бүлмәһенә (Өфө ҡалаһы, Туҡай урамы, 46, Республика йорто) мөрәжәғәт итергә. Үҙегеҙ менән шәхесте раҫлаған документ алыуығыҙ һорала.
Башҡа ҡала, район, ауыл халҡы өсөн яҙылыу телефондары: (347) 280-81-06, 280-80-47.