Егәрле Наҙгөл07.03.2012
Егәрле НаҙгөлҺеңлем Наҙгөл — шундай яғымлы, ипле, һылыу ҡыҙ. Ул II класта уҡый. Төрлө түңәрәккә йөрөй, конкурстарҙа ҡатнаша. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫ.
Һеңлем — әсәйемдең ҙур ярҙамсыһы. Ул, әле бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан, тәмлекәстәр бешерергә ярата. Йәйгеһен әсәйгә матур-матур сәскәләр үҫтерешә.
Атайым менән икебеҙгә малды ла ҡараша ул. Наҙгөл менән яңы тыуған быҙауҙарға, бәрәстәргә ярыша-ярыша ҡушамат һайлайбыҙ.
Һеңлем миңә лә гел генә ярҙам итә, кәңәш бирә. Биш айлыҡ ҡустыбыҙ Мораҙымды ла ҡараша.
Уны ныҡ яратам. Һәр саҡ шулай аҡыллы, уңған ҡыҙ булып ҡалыуын теләйем.
Шайморат АБДУЛЛИН,
Юлдыбай мәктәбе уҡыусыһы.
Йылайыр районы.


Вернуться назад