“Алтын башаҡ” тос булды19.04.2016
“Алтын башаҡ” тос булды Башҡорт дәүләт аграр университеты студенттары көтөп алған ижади байрам – “Алтын башаҡ-2016” фестиваленең гала-концерты үтте. Рәсәй киноһы йылына арналған тамаша сағыу рухта барҙы, факультеттарҙан иң көслө коллективтар һәм башҡарыусылар сығыш яһаны.

Фестивалде дәртле “Беҙҙең байрам” бейеүе менән механика факультеты студенттары асып ебәрҙе. Тәбиғәттән дөйөм файҙаланыу һәм төҙөлөш факультетынан Рәфис Иҙрисов менән Гөлдәр Иҡсанова башҡарыуында осетин, энергетика факультеты студенттары башҡарыуында рус халыҡ, аҙыҡ-түлек технологиялары факультеты студенттары башҡарыуында татар һәм механика факультетының чечен бейеү­ҙәре күркәм байрамға берҙәмлек, дуҫлыҡ тойғоһо өҫтәне. Йырсыларҙың, ҡурайсыларҙың һәм вокаль-инструменталь ансамблдәрҙең күплеге, уларҙың сығыштарының төрлөлөгө, сағыулығы аграр университеттың таланттар ояһы икәнлеген раҫланы.
– Урал Тимеров етәкселегендәге “Ырыу” заман хореография коман­даһы­ның, Фидан Харисов менән Илсур Бикбов башҡа­рыуындағы “Музыкаль феерия” сығыш­тары оҡшаны, – тип тәьҫо­рат­тары менән бүлеште фес­тивалдә ҡатнашыусы Эльвира Рәҡипова.
Күркәм тамашанан һуң тулҡын­ланып көтөп алған бүләкләү мәле етте. Беренсе проректор Марс Фархшатов “Тамашасылар һөйөүе” номи­нацияһында еңеүсе механика факультетын тәбрик­ләне. “Концерт прог­раммаһына креатив ҡараш” но­минацияһында биологик технологиялар һәм ветеринар медицина факультеты бүләкләнһә, аграр технологиялар һәм урман хужалығы факультеты сығышы музыкаль яҡтан иң яҡшы би­ҙәлгән тип табылды. Концерт прог­рам­маһының художестволы һәм әҙәби тексы өсөн мәғлүмәт технологиялары һәм идара итеү факультеты бүләклән­де.
Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса гран-при механика факультетына, 1-се урын – аҙыҡ-түлек технологиялары, 2-се урын – тәбиғәттән дөйөм файҙала­ныу һәм төҙөлөш, 3-сө урын иҡтисад һәм энергетика факультеттарына бирелде.



Вернуться назад