Был мәҡәләне бик оҙаҡ уйланғандан, икеләнгәндән һәм үҙ-үҙем менән бәхәсләшкәндән һуң яҙам. Шулай уҡ яҡындарым, дуҫтарым, ата-әсәләр менән фекер алышҡас. Мине һәр ваҡыт бер нәмә борсой: шундай ныҡлы, ҡалыплашҡан методикаһы була тороп, ни өсөн беҙҙәге юғары белем менән ҡайҙалыр ситтә үҙ урыныңды табып булмай? Ниңә беҙҙәге юғары квалификациялы инженерҙар, табиптар һәм башҡалар, теге йәки был сәбәп менән ситкә китһә, башлыса урам һеперә, иҙән йыуа йә бүтән төрлө ауыр, ҡара эш башҡара? Һиҙеп торам, миңә ҡаршы әллә күпме дәлил килтерерһегеҙ.Эйе, башҡа илгә сығып китеп тә ҙур бейеклек яулаған яҡташтарыбыҙ бар, әммә улар күп түгел. Һәм, иманым камил, нимәгәлер өлгәшкән рәсәйҙәр — мәктәп, университет биргән белем менән генә сикләнмәйенсә, үҙаллы ғилем эстәгән кешеләр. Улар ҙа үҙҙәренең кимәлен күрһәтер, иҫбатлар өсөн әллә күпме ғүмер сарыф итә. Ә былай Рәсәй белеме менән әллә ҡайҙа барып булмай. Мин, әлбиттә, беҙҙең кешеләрҙең сит илгә сығып китеүен яҡлаған өсөн яҙмайым быны, әммә хәҡиҡәт сағыштырыуҙа күренә бит.
Тәү башлап мәктәп ишеген асҡан көнөгөҙҙө хәтерләйһегеҙме? Ниндәй ҡыуаныс, бәхет тойғоһо кисергәнегеҙҙе... Әйтерһең, мәктәп тупһаһын ашаҡлап үткәс, һеҙҙе ниндәйҙер мөғжизә көтә. Эй, сабыйҙың самими бер ҡатлылығы! Ул мөғжизәгә өмөт ярты йыл уҡығас та юҡҡа сыға, бала өсөн “тейеш” тигән талап ҡына тороп ҡала. Шулай ҙа ул “тейеш”кә буйһоноу байтаҡ ҡына дауам итә әле, айырыуса ҡыҙҙарҙа, сөнки улар тәбиғәте менән тыңлаусан һәм тәртиплерәк. Ғөмүмән, ҡатын-ҡыҙға ниндәй ҙә булһа ҡанундарға буйһоноу еңелерәк бирелә. Мәктәптә иһә тап ошо арҡала ҡыҙҙар һәйбәтерәк уҡый. Ә малайҙарға эске азатлыҡ хас. Улар уҡытыусының ауыҙына ҡарап бер нисә йыл ғына ултырырға мөмкин. Шул арала һәйбәт кенә баһа алалар былай, әммә үҫмерлеккә етеү менән ҡыҙҙарҙан ҡалыша башлайҙар. Был малайҙарҙың аҡыл йәһәтенән түбәнерәк кимәлдә тороуынан түгел. Мәктәптә уҡыу күңелһеҙ. Хәйер, ҡыҙҙарға ла күңелле түгел унда, әммә, юғарыла әйткәнемсә, “шулай тейеш” тигән төшөнсә улар өсөн әллә ни ауырлыҡ тыуҙырмай. Әгәр ҙә бала артыҡ азат рухлы итеп тәрбиәләнмәһә, әлбиттә.
Урта мәктәпте тамамлағас, үҙемә ун йыл дауамында тиерлек аң-белем биргән йортто урап үтер булдым. Ҡайҙа ул элекке мәктәбемә инеп ҡарау! Тураһын әйткәндә, уҡыу хаҡында ишеткем дә килмәй ине. Шул уҡ хәл һуңғараҡ, университетты тамамлағас, булды. Мине киләсәктә белемле кеше итеп күрергә теләгән уҡытыусыларымдан түбәнселек менән ғәфү үтенәм. Уҡыу йортонан шул дәрәжәлә биҙеүемдә һис кенә лә улар ғәйепле түгел. Киреһенсә, күбеһен бөгөн дә һағынып иҫкә алам... Ә баланың тора-бара мәктәптән, уҡыуҙан биҙеүенең төп сәбәбе башҡа нәмәлә. Был хаҡта түбәндәрәк бәйән итермен. Әлегә үҙемдең ғилем юлындағы сәхифәләрем хаҡында.
Әгәр ҙә беҙҙең ғаиләлә китап культы булмаһа... Әгәр ҙә шәхси китапханаға ул замандағы бөтә дефицит (элек китап арзан, әммә бик ҡәҙерле булды) баҫмалар өҫтәлеп тормаһа... әгәр ҙә яҡындарым, айырыуса әсәйем беҙҙең, балаларының, уҡыуына шул тиклем дә етди ҡарамаһа... Мин ул саҡта башланғыс мәктәп менән сикләнгән булыр инем, сөнки уҡыуҙан беренсе класта уҡ биҙҙем. Мәктәпкә барыу, биш-алты сәғәт буйы партала ҡуҙғалмай ултырыу, көн дә күҙ һәм ҡул талғансы “өйгә эш” менән булыу минең өсөн ололарҙан-оло ғазап ине. Бәлки, уҡытыусыны ла тыңламаған тыйыуһыҙ бер балаға әйләнер инем, әммә ғаиләмдәге яҡындарымды тыңламай булдыра алмайым. Ә әсәй һабағы бер: уҡытыусы һәр саҡ хаҡлы һәм һин тейеш...
Шулай ҙа бөгөн шундай фекергә киләм: моғайын, әсәйем мәктәп тормошоноң балалар өсөн ни тиклем ялҡытҡыс икәнен белгәндер. Әгәр шулай булмаһа, ул беҙҙең өсөн әҙ генә бушаған мәлдәрендә лә һәр төрлө “аҡыллы уйындар” уйлап тапмаҫ, фекерләү ҡеүәһен үҫтерә торған уйынсыҡтар һатып алмаҫ һәм бөтә фәндәрҙән дә заманына күрә ҡыҙыҡлы китаптар тупламаҫ ине. Беҙҙең өйҙә диафильм күрһәтеүсе аппарат та, күп томлы балалар энциклопедияһы ла, шашка-шахматы ла, башҡорт һәм татар йырҙары ғына түгел, тағы әллә ниндәй телдәрҙә яҙылған пластинкалар ҙа бар ине. Стенаға аҡ йәймә элеп, класташтарым менән Галина Уланова, Федор Шаляпин, Австралия хаҡында диафильмдарҙы сәғәттәр буйы ҡыҙыҡһынып ҡарауыбыҙҙы оноторлоҡмо ни! Ә физика, химия, биология буйынса һәм башҡа йүнәлештә энциклопедиялар аҡтарғанды?! Берәү ҙә бер нәмәгә мәжбүр итмәй, өйгә эш бирмәй, әммә беҙгә ҡыҙыҡ. Беҙ мәғлүмәт туплайбыҙ!..
Уйын тигәндән... Өләсәйем менән олатайым йыш ҡына беҙҙең менән бергә уйнай торғайны. Бөгөн урамға сығып, балаларға ниндәй ҙә булһа уйын өйрәтеп йөрөгән өлкәндәрҙе күргәнегеҙ бармы? Кистәрен ҡарт өләсәйем, олатайымдың әсәһе, үҙенең тылсымлы әкиәттәрен һөйләй, йә булмаһа олатайым беҙгә стенала “ҡул театры” күрһәтә, оригами (хәҙер генә мин был һөнәрҙең шулай аталғанын беләм) серҙәрен өйрәтә, ҡатырғанан “ҡашҡа тәкә” яһап, уны еҙ батмуста бейетә. Ә ул тәкәнең һәр быуыны айырым яһалған, бөгөлөп-һығылып тора...
Ни өсөн яҙам һуң быларҙы? Беҙҙең ғаиләлә бер ваҡытта ла күңелһеҙ булманы. Һәм һәр төрлө мәғлүмәтте, ғилемде уйын аша алдыҡ. Ә мәктәптә ни өсөн күңелһеҙ? Тағы ошо һорауға әйләнеп ҡайтайыҡ.
Ниһайәт, үҙемә күрә бер асыш яһаным шикелле. Балала уҡыуға ҡарата нәфрәт уятҡан төп сәбәп – мәжбүр итеү һәм ҡалыплашҡанлыҡ. Әүәл-әүәлдән беҙҙә сыбыҡ менән “уҡытҡандар”. Ни өсөн? Сыбыҡ менән һуҡтырғанда баланың мейеһе һәйбәтерәк эшләп китмәйҙер бит?! Киреһенсә, яҡты донъяға азат рухлы булып килгән сабый өсөн, ни тиклем дә кәмһеткес, рәнйеткес күренеш булараҡ, мәжбүр итеү, язалау аҡ ҡағыҙҙай саф күңелдә ыңғай тойғо уята алмайҙыр, белем алыуға ла теләк тыуҙырмайҙыр. Минеңсә, был алым бары тик бер маҡсатта, кешенең бөтәһенә лә һуҡырҙарса буйһоноуына өлгәшеү үҙаллылыҡ күрһәтеүҙе тамырынан бөтөрөү, башҡаларҙан юғарыраҡ күтәрелергә тырышыуҙы юҡ итеү маҡсатында ҡулланылған. Йәғни йәмғиәттең ҡалыплашҡан ҡанундарына һис һүҙһеҙ буйһонорлоҡ әҙәм тәрбиәләү өсөн.
Хәҙер уйлап ҡарағыҙ: һеҙҙе мәжбүр итһәләр, ул эште ҙур теләк менән атҡара алаһығыҙмы? Эйе, ҡурҡыу йә ниндәй ҙә булһа язаға тарттырылырға теләмәү (әйтәйек, премиянан мәхрүм итеүҙәре, вазифанан бушатыуҙары ихтимал) сәбәпле, һеҙҙең ул эште башҡарыуығыҙ ҙа мөмкин, ләкин был минутта күңелегеҙҙә екһенеү, ризаһыҙлыҡ тойғоһо яралһа, бер ҙә ғәжәп түгел. Ә бит һеҙ инде — бөтә яуаплылыҡты тойған, аңлы, тейешле ҡанундарға буйһоноп өйрәнгән өлкән кеше.
Ә йәшәү ҡанундарын белеп өлгөрмәгән, күңел азатлығын сикләй алмаған, көс-энергияһы ташып торған баланан, үҫмерҙән нимә көтәбеҙ? Уны ҡалыплашҡан, хатта өлкәндәр өсөн күңелһеҙ һәм ауыр программа сиктәренә ҡыуып индереп, мейеһенә мәғлүмәт һалырға маташабыҙ. Ошо урында үҙебеҙҙең борон-борондан нығынып килгән, инде йәмғиәттә ҡаҡшамаҫ урын алған уҡыу-уҡытыу системаһына һәм методикаһына “күҫәк” күтәрергә баҙнат итәм. Был система, был методика төбө-тамырынан үҙгәртелмәй тороп, балала белемгә ынтылыш тәрбиәләү йәки урта махсус, юғары уҡыу йорттарында ысын-ысындан ғилемле, төплө, фекерләүсе белгестәр үҫтереү мөмкин түгел. “Белемгә ынтылыш көслө беҙҙә, юғары белемде шунса процент йәштәр ала”, — тиерһегеҙ. Юғары уҡыу йортона ул йәштәр ни өсөн ынтыла: квалификациялы белгес булыу өсөнмө, әллә бөгөн “ҡатырғаһыҙ” бер ергә лә эшкә инеп булмағанғамы? Унан, дауаханаларҙа табиптарҙың, сәнәғәттә инженерҙарҙың, мәктәптәрҙә уҡытыусыларҙың, ниһайәт, матбуғатта журналистарҙың үҙ һөнәренә ни дәрәжәлә тап килеүенә баһа бирегеҙ.
Халыҡта “Хоҙайҙан”, йәғни “от Бога” тигән төшөнсә бар. Әгәр һиңә Хоҙай тарафынан табип йә уҡытыусы һәләте бирелмәгән икән, әлбиттә, көнө-төнө дәреслек ятлап ҡына әллә ниҙәргә өлгәшеп булмай. Өҫтәүенә урта махсус һәм юғары уҡыу йорттарында күпләп кәрәкмәгән фәндәр уҡытылыуы берәүгә лә сер түгел. Ул фәндәр ниндәй маҡсатта уҡытыла — берәү ҙә белмәй. Әйтәйек, заманында мин университетта СССР һәм КПСС тарихын, тарихи һәм диалектик материализмды, әллә ниндәй сағыштырма грамматикаларҙы, атеизмды һәм башҡа бихисап фәндәрҙе өйрәндем, ә тормошта уларҙың бер ниндәй кәрәге лә теймәне.
Билдәле, тарих, дәүләт ҡоролошона, юғары власҡа кем килеүенә ҡарап, туҡтауһыҙ үҙгәреш кисерә. Етмеш йыл дауамында илебеҙҙә бер ҡоролош — социализм — хакимлыҡ итеүгә ҡарамаҫтан, партия Үҙәк комитетының Генераль секретары һәм Политбюро ағзалары үҙгәргән һайын унан алда етәкселек иткән дәүләт эшмәкәрҙәренең том-том хеҙмәттәре китапханаларҙан да, кибет кәштәләренән дә йыйып алынып, сүплеккә ырғытыла, яндырыла барыуын хәтерләгеҙ. Бөгөн иһә мәктәптәрҙә тарих дәресендә нимә уҡытылғаны ла аңлашылмай, бөтә ҡиммәттәр баштүбән әйләнде. Ярай, беҙ, филологтар һәм журналистар, ҡалай ҙа үҙебеҙгә кәрәклеһен сүпләп ҡалғанбыҙҙыр, бәлки. Ә медицина буйынса уҡыу йорттарында баш күтәрмәй латин телен һәм анатомияны, фармацевтиканы ятлап маташҡан студенттың ул кәрәкһеҙ фәндәргә ҡайҙан ваҡыты һәм көсө етергә тейеш?
Беҙҙең быуын кешеләре шулай ҙа аҙмы-күпме ғилем алып ҡалды. Бөгөн аҡса түләп имтихан “биргән” йә булмаһа дипломды һатып алған студенттан киләсәктә ниндәй белгес сығыр?! Медицина, техника өлкәләрендә был айырыуса оло хәүеф тыуҙыра. Бына ошо тәңгәлдә инде мәжбүрилек мотлаҡтыр: дипломды үҙ өлкәһендә ғилем үҙләштергән кеше генә алырға тейеш.
Йәнә лә мәктәпкә әйләнеп ҡайтайыҡ. Бала үҙенең тәбиғәте буйынса бик ҡыҙыҡһыныусан. Ул күберәк белергә, өйрәнергә ынтыла. Ә һуңынан был ҡыҙыҡһыныусанлыҡ ҡайҙа була һуң? Әлеге лә баяғы ҡалыплашҡан программа сиктәрендә, мәжбүрилек баҫымы аҫтында, өҫтәүенә осраҡлы рәүештә уҡытыусы булып киткән кешенең булышлығы менән юҡҡа сығарыла, белемгә ынтылышты уҡыуҙан биҙеү алмаштыра.
Мәжбүрилеккә ҡаршы сығып, мин һис тә уҡыу-уҡытыу процесында баш-баштаҡлыҡҡа юл ҡуйылырға тейеш тип әйтмәйем. Бөгөн уҡыу программаһына индерелгән бөтә темаларҙы урынында ҡалдырып та, уҡытыу методикаһын үҙгәртеү аша белем биреүҙә юғарыраҡ кимәлгә өлгәшергә мөмкин. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, мәжбүрилектең зыянын аңлай алмайбыҙ.
Ҡыҙыҡ өсөн бер миҫал. Мин, әйтәйек, бер ҡайҙа ла сыҡмайынса, өйҙә генә аҙналар буйы үҙ эшем менән булашып ултыра алам. Был бер ниндәй ҙә ауырлыҡ килтермәй. Күҙ алдына килтерегеҙ: мине тыштан кемдер йоҙаҡ менән бикләп китте икән, ти. Ул саҡта бикле йортта хатта ун-ун биш минут та түҙеп торғоһоҙ буласаҡ. Уҡытыу эшендә лә шулай уҡ: балаға теге йә был теманы мәжбүри тылҡыған һайын уның күңеле ошо сикләүҙәрҙән ситкә ынтыласаҡ. Мәжбүрилекте онотоп, теманы уйын аша, уҡыусыға баҫым яһамай ғына аңлатып ҡарағанда, минеңсә, күпкә отошло булыр ине. Ни өсөн, мәҫәлән, урыҫ әҙәбиәтенән Пушкинды йә Лермонтовты өйрәнгәндә, бала “Евгений Онегин”ды һәм “Мцыри”ны яртылаш яттан белергә тейеш? Бәлки, ул үҙе һайлаған шиғырҙы ҙурыраҡ теләк менән ятлар ине? Унан, ҡайһылыр классикты өйрәнгәндә уның бер-ике әҫәре менән сикләнеү дөрөҫмө? Йәки әҙәбиәт дәресендә үтеү өсөн автор йә әҫәр ниндәй талаптар буйынса һайлана? Дәреслек төҙөүсе ғалимдар үҙҙәренә ошо һәм башҡа һорауҙарҙы бирергә бурыслы, минеңсә.
Ҡабатлап әйтәм: бөгөнгө камил булмаған уҡытыу системаһында уҡытыусының ғәйебе юҡ. Ул үҙенә ҡушылғанды үтәргә мәжбүр, ижади фекерләү өсөн, моғайын, ваҡыты ла ҡалмайҙыр. Хәйер, үҙ эшенә ысынлап ижади ҡараған педагогтарыбыҙ аҙ түгел. Уларҙың дәресе, ғәҙәттә, ҡыҙыҡлы үтә, балалар ҙа яратҡан уҡытыусыларының фәнен теләп өйрәнә. Ләкин уҡытыусылар өҫтән төшөрөлгән мәжбүрилектән һәм ҡалыптарҙан сығып китә алмай.
Туған телде белеү мотлаҡ, тип тәҡрарларға күнеккәнбеҙ. Әммә ул туған тел дәреслектәре балаға нимә бирә? Бәғзе ваҡыт миңә ғалимдарыбыҙ, уҡыусының мөмкинлектәрен, йәшен, әҙерлеген иҫәпкә алмайынса, үҙ ғилемен күрһәтеп ҡалыу өсөн генә дәреслек яҙа һымаҡ тойола. Йәнәһе, ни тиклем ҡатмарлыраҡ — шул тиклем шәберәк. Урыҫ мәктәптәрендә башҡорт телен уҡытыу буйынса дәреслектәрҙе ҡарайым да иҫ-аҡылым китә: кемгә тәғәйенләнгән һуң улар? Минең, юғары белемле филологтың, башы етмәгән әйберҙәрҙе башҡортса йүнләп һөйләшә лә белмәгән бала нисек үҙләштерергә тейеш? Ғөмүмән, телде, башҡорт, урыҫ йә немец теле булһынмы, уйын һәм йәнле аралашыу юлы менән өйрәтеү кәрәктер. Ә кандидатлыҡ һәм докторлыҡ диссертацияһынан алып әтмәләнгән һорау, өйгә эштәр аша түгел. Юғиһә уҡырға-яҙырға өйрәтеү урынына ул телгә ҡарата нәфрәт кенә тәрбиәләргә мөмкин.
Үкенесле, әлеге ваҡытта Рәсәй телевидениеһының Беренсе каналында барған “Открытие Китая” документаль фильмын ҡарай алманым. Унда тап шул мин күтәргән ҡайһы бер мәсьәләләр хаҡында һүҙ бара, тиҙәр. Ҡайһылай ҙа был тәңгәлдә уйланырға урын бар, һәм әлеге мәсьәләне бәләкәй генә бер мәҡәләлә тулыһынса яҡтыртыу мөмкин дә түгел. Шуға күрә ошо урында нөктә ҡуйып торам.