Башҡорт һылыуы өсөн тауыш бирегеҙ15.04.2016
Башҡорт һылыуы өсөн тауыш бирегеҙ “Рәсәй һылыуҡайы-2016” милли матурлыҡ конкурсының финалында М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетында уҡыған, “Һылыуҡай – Bashkirian Beauty” студияһында шөғөлләнгән Гөлнур Зиннәтова Башҡортостан исеменән сығыш яһаясаҡ.

Студия етәксеһе Ленара Таһирова әйтеүенсә, өсөнсө аҙна инде илебеҙҙең иң гүзәл 50 ҡыҙы ҙур тырышлыҡ менән финалға әҙерләнә. Көн һайын фитнес-күнекмәләргә, дефиле репетицияларына, төрлө оҫталыҡ дәрестәренә йөрөй, fashion-индустрия белгестәре менән осраша улар.
Тыуған ере менән таныштырғанда Гөлнур өс башҡорт образын кәүҙәләндерҙе һәм ойоштороу комитетына “Рәсәй һылыуҡайы” конкурсының логотибы һүрәтләнгән кейеҙ панно бүләк итте.
– Дуҫтар, һеҙҙең ярҙамығыҙға бик мохтажмын! “Рәсәй һылыуҡайы-2016” сайтында Башҡортостан өсөн тауыш биреүегеҙҙе һорайым, – ти Гөлнур.
Тауыш биреү йомғаҡтары буйынса финал тантанаһында илебеҙҙең иң гүзәл 20 һылыуҡайы иғлан ителәсәк. Бәйгенең тура тапшырыуын 16 апрелдә киске сәғәт 9-ҙа рәсми сайтта ҡарарға мөмкин.


Вернуться назад