“Өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”15.04.2016
– Егерме йәштәмен, юғары уҡыу йортонда белем алам. Мәктәп йылдарынан дуҫ­лашып йөрөгән ҡыҙым менән өйләнешергә теләгәйнек тә, атай-әсәйем ҡаршы. “Тәүҙә аяҡҡа баҫығыҙ, унан ҡарарһығыҙ”, – тип кәңәш бирҙеләр. Һеҙ ни тиер инегеҙ, Нурмөхәмәт хәҙрәт?

Ғ. ФӘЙЗУЛЛИН.

Башҡорт­остан мосолман­дарының Диниә назараты рәйесе мөфтөй Нурмөхәмәт хәҙрәт НИҒМӘТУЛЛИН:
– Бисмилләһир-рахмәнир-рахим!
Элекке вәғәздәремдә лә әйткәнем булды: ғаилә ҡороу – һәр кемдең изге бурысы. “Никах – сөннәтем, ҡалдырған изге юлым. Кем дә кем унан ситкә китһә, минең өммәттән булмаҫ”, – тигән пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. “Ҡөрьән Кәрим”дә иһә әҙәм балаларының донъяға парлы итеп яратылғаны, Аллаһ Тәғәлә тарафынан араларына мөхәббәт һалынғаны хаҡында бәйән ителә.
Тимәк, ғаилә һөйөүгә нигеҙләнеп, ике яҡтың да ризалығына ярашлы ҡоролорға тейеш. Мәғлүм ки, никах мәлендә йәштәрҙән был хаҡта һорала. Хәҙистән күренеүенсә, борон бер ҡыҙ үҙен мәж­бүри кейәүгә бирергә йөрөүҙәре хаҡында Мөхәм­мәт ғәләйһис-сәләмгә еткерә. Пәйғәмбә­ре­беҙ иһә, ата-әсәһе менән осрашып, быға юл ҡуйырға ярамағанлығын әйтә. Ризалыҡҡа ярашлы өйлән­дереү – Исламдың бөйөк тәғлимәте. Никахта, мәғлүм ки, атай-әсәйҙең фатихаһы алынырға, ике шаһит булырға, мәһәр бирелергә тейеш.
Борон ата-бабабыҙ ул-ҡыҙҙарын йәшләй башлы-күҙле итергә тырышҡан. Хәҙер иһә, Европа халҡына эйәреүме икән, йәмғиәтебеҙҙә өйләнеүҙең уртаса ваҡыты 30 йәш булып килә. Был мәлгә тиклем бер нисә бала үҫеп килергә тейеш тә бит... Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм өс осраҡта ашығырға ҡушҡан: аҙанды ишеткәндә – намаҙ уҡырға, ул-ҡыҙығыҙҙың йәше етһә – өйләндерергә, кемдер ахирәткә күсһә – ерләргә. Тимәк, хөрмәтле йәмәғәт, ата-әсә балаһының ғаилә ҡороу теләгенә ҡаршы торорға тейеш түгел. “Көтөп тор, аяҡҡа баҫ әле”, – тип кәңәш биреүҙең аҙағы насар тамамланыуы ихтимал. Кешенең яңғыҙ ғүмер кисерергә мәжбүр булыуы ла бар. Ә Ислам быны бөтөнләй хупламай. Ғаилә ҡороуҙың бит төп маҡсаты – нәҫелде дауам итеү. “Өйләнегеҙ, күп бала үҫтерегеҙ. Ҡиәмәт көнөндә өммәтемдең ҙурлығы менән ғорурланырмын”, – тигән мөбәрәк хәҙисендә пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. Әлбиттә ки, шуны ла оноторға ярамай: һайлаған йәрең тәрбиәле аранан булырға тейеш. Ғаилә бер көнлөк түгел бит, ә ғүмерлек. “Әсәһенә ҡарап ҡыҙын ҡос, атаһына ҡарап улын һайла”, “Атанан күргән уҡ юныр, инәнән күргән тун бесер” кеүек мәҡәлдәр юҡҡа ғына әйтелмәгән.
Йәштәргә иртә ғаилә ҡороуҙан, балалар үҫтереүҙән ҡурҡырға ярамай. “Фәҡирлектән шөрләп, никахҡа инеүҙе, сабыйҙарҙы донъяға килтереүҙе тотҡарламағыҙ. Мин – ризыҡ биреүсе”, – тиелгән изге “Ҡөрьән Кәрим”дә. Ысынлап та, хөрмәтле ҡәрҙәштәр, күреп торабыҙ бит: бала күбәйгән йортта бәхет тә ишәйгәндәй.
Һәр ғаилә – айырым бер дәүләт. Унда милләтебеҙҙе, динебеҙҙе, мәҙәниәтебеҙҙе, телебеҙҙе, еребеҙҙе һаҡлаясаҡ әхлаҡлы балалар үҫһен, иншаллаһ. Башҡа халыҡтарға ла хөрмәт менән ҡараһындар, илебеҙгә, республикабыҙға тоғро хеҙмәт итһендәр. Һәр ғаилә ата-әсәнең фатихаһы, һөйөү нигеҙендә ҡоролһон. Ошо бәрәкәттә, иншаллаһ, тормошобоҙҙа нур һәм иман артыр. Әс-сәләмү-ғәләйкүм үә рәхмәтул-лаһи үә бәрәкәтүһ! Амин.


Вернуться назад