Рамаҙанға әҙерләнер мәл15.04.2016
Мосолман календары буйынса 1437 йылдың икенсе яртыһына аяҡ баҫтыҡ. Әле уның тәүге айы рәжәб бара.
Аҙаҡ шәғбан, рамаҙан тыуасаҡ. Ошо өс ай Исламда иң изгеләрҙән һанала. Пәйғәмбәребеҙ Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм үҙенең мөбәрәк хәҙисендә: “Рәжәб – Аллаһ Тәғәләнеке, шәғбан – минеке, рамаҙан – өммәтемдеке”, – тигән.
Изге рәжәб тураһында бихисап хәҙис-шәриф бар. “Был айҙа ҡылынған яҡшылыҡҡа сауап етмеш мәртәбә күберәк яҙылыр”, – тиелгән “Ҡөрьән Кәрим”дә. Рәжәбтә үҙебеҙҙе рамаҙанға әҙерләй башларға тейешбеҙ. Шуның өсөн дә был айҙа бер көн булһа ла ураҙа тотоу хәйерле булыр. Быға, әлбиттә, сауап күп тапҡыр артығыраҡ яҙылыр.
Был айҙа изге рәғәиб кисе бар. Ул – Мөхәммәт ғәләйһис-сәләмдең атаһы Ғабдулла менән әсәһе Әминә никахлашҡан ваҡыт.