Ярҙамһыҙ йәшәп булмай15.04.2016
Йәмғиәттә төрлө кеше йәшәй: көслөләр, ихтыярһыҙҙар, байҙар, ярлылар, ғилемлеләр, һәлкәүҙәр, тырыштар... Шул уҡ ваҡытта әҙәм балаһы, ниндәй генә юғарылыҡта тормаһын, үҙ көсө менән генә йәшәй алмай. Был донъяла һәр кем башҡаларҙың ярҙамына мохтаж.

Шуның өсөн дә Аллаһ Тәғәлә тарафынан бер-береңә булышлыҡ итеү, йомартлыҡ фарыз ҡылынған. Был төшөнсәләр Ҡөрьән аяттарында, Пәйғәмбәребеҙҙең хәҙистәрендә юғарылыҡҡа ҡуйыла. “Йәннәттә үҫеп, ботаҡтарын кешелек донъяһына һуҙған ағастарҙың береһе – йомартлыҡ, – тигән Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм. – Әҙәм балаһы шул ботаҡҡа тотонһа, ахирәткә күскәс, йәннәттә кинәнер”.
Ислам тарихында иң йомарт кеше – Пәйғәмбәребеҙ. Уның дуҫтарының береһе Йәбир шулай тигән: “Мөхәммәт ғәләйһис-сәләм бер ниндәй һорауҙы ла кире ҡаҡмай ине. Булһа – бирә, юҡ икән – вәғәҙәләй”.
Исламда ярҙам ике төргә бүленә. Тәүгеһе – матди булышлыҡ. Ул мал, аҡса менән бирелә. Икенсеһе – мәғәнәүи ярҙам: һүҙ менән йыуатыу, кәңәш биреп, дөрөҫ юл күрһәтеү, өгөт-нәсихәт биреү, көләс йөҙлө, татлы һүҙле булыу.


Вернуться назад