“Эйе, уҡытыусы буласаҡмын!”15.04.2016
“Эйе, уҡытыусы буласаҡмын!” Туған тел һәм әҙәбиәт уҡытыусыһы предмет ҡына өйрәтмәй. Тормош һабағы биреүсе, йәшәү юлын күрһәтеүсе ул. Шуға ла бындай белгесте әҙерләүгә айырыуса ҙур иғтибар бүленә республиканың юғары уҡыу йорттарында. Дөйөм маҡсатты тормошҡа ашырыуҙа “Әсә теле” конкурсының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ.

М. Аҡмулла исемендәге Баш­ҡорт дәүләт педагогия универ­ситетының баш­ланғысы менән ойошторолған был сара респуб­ликаның юғары уҡыу йорттарында үткәрелә. Туған телебеҙҙең ҡул­ланылыш даирәһен киңәйтеү, ижади эшмәкәрлек алып барған студенттарҙы дәртләндереү, буласаҡ белгестәргә заманса уҡытыу алымдарын нығыраҡ үҙләштерергә мөм­кинлек биреү кеүек изге маҡсаттарға йү­нәлтелгән ул. Конкурсанттар теорияны, методиканы, мультимедиа аппаратураһы менән эшләү үҙенсәлектәрен яҡшы бе­лергә тейеш. Ярыш өс этапта үткә­релә: “Иң яҡшы дәрес”, “Педагогик ринг­тағы иң яҡшы сығыш” һәм “Иң яҡшы теоретик”.
Быйылғы конкурс та киң май­ҙан йыйҙы. Юғары уҡыу йорттарында үткәрелгән бәйге еңеү­селәре, Өфөлә осрашып, финал ярышына сыҡты.
– Һәр ваҡыттағыса, конкурс иң шәп студенттарҙы тупланы, – тине сараны йомғаҡлау тан­танаһында БДПУ-ның башҡорт филологияһы факультеты деканы Луиза Сәмситова. – Йәштә­ребеҙҙең рухи ҡиммәттәр һағында ныҡ тороуына йәнә бер ҡат инандыҡ. Студенттарҙы конкурсҡа әҙерләгән уҡытыу­сыларға, шулай уҡ сығыштарға аныҡ баһа биргән жюри ағзаларына ҙур рәхмәт. Йылдар дауамында йыйған тәжрибәһе, алтынға бәрәбәр кәңәштәре менән йәштәребеҙҙең күңелен тағы ла үҫтереп ебәрҙе улар.
Уҡытыусылар әйтеүенсә, һәр бәйгесенең һоҡланғыс портфо­лиоһы бар, “түңәрәк өҫтәл”дә барыһы ла донъяуи мәсьәләләр буйынса киң фекер йөрөтөүен раҫлаған. Күрһәткән дәрестәре видеоға төшөрөлгән, улар менән БДПУ-лағы башҡорт филоло­гияһы факультетының сайтында танышырға мөмкин.
Еңеүселәргә килгәндә, тәүге өс урынды Зимфир Үҙәнбаев (БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалы), Әлиә Әминева (БДУ-ның Сибай институты) һәм Гүзәлиә Әлим­ғужина (БДУ-ның башҡорт фи­лологияһы һәм журналистика фа­культеты) бүлешһә, төп бү­ләккә БДПУ-ның башҡорт фи­лологияһы факультетынан Фа­ягөл Исхаҡова эйә булды.
Һынау тотҡан тиңдәштәрен ихлас ҡотланы студенттар. Ҡаҙаҡ егете Ильяс Сағынбектең туған тел хаҡындағы йыры тамашасы күңелендә айырыуса ныҡ уйылып ҡалғандыр. Ул БДПУ-лағы башҡорт филологияһы факульте­тының II курсында уҡый.
– Һәр милләт вәкиле туған телен яратырға, ҡәҙерләргә тейеш. Ул – иң ҙур байлыҡ, – тине егет һәм Рәми Ғариповтың “Туған тел” шиғырын тасуири һөйләп күрһәтте.



Фаягөл ИСХАҠОВА:
– “Уҡытыусы була алырмынмы?” Ошо һорау гел борсой ине күңелемде. Конкурста ҡатнашып, яуап таптым уға. Эйе, мин киләсәктә уҡытыусы була­саҡмын! Тормошомдо хәҙер был һөнәрҙән тыш күҙ алдына ла килтерә алмайым.


Вернуться назад