1 апрелгә тиклем эшҡыуарҙарҙың иҫәбен алыу ойошторолғайны. “Башҡортостанстат”тың 8 апрелдә үткәргән мониторингы һөҙөмтәләренә ҡарағанда, бәләкәй эшҡыуарлыҡ субъекттарының 74,4 проценты, шул иҫәптән бәләкәй предприятиеларҙың – 70,9, шәхси эшҡыуарҙарҙың 76,7 проценты отчеттарын тәҡдим иткән. Баҡалы, Нуриман, Тәтешле һәм Саҡмағош райондары был эште тулыһынса тамамлаған. Тағы ла 11 район иҫәп алыуҙы 97 процентҡа башҡарған. Бәләкәй бизнес предприятиеларының 44 проценты Өфөлә тупланған. Респонденттарҙың күп булыуы, уларҙың күсеп йөрөүе, эшмәкәрлекте тормошҡа ашырыуҙың адрестары үҙгәреүе, бер көнлөк фирмаларҙың артыуы иҫәп алыуҙы ярайһы уҡ ҡатмарлаштыра. Эшҡыуарҙарҙың Өфөлә – 64,3, Өфө районында – 60,7, Иглин районында 58,1 проценты ғына отчет биргән.
Тармаҡтағы хужалыҡ субъекттарының аныҡ һанын билдәләү маҡсатында “Башҡортостанстат” эшҡыуарҙарҙы иҫәпләүҙе 1 апрелдән һуң да дауам итә. Шуға күрә 6 апрелдән 8 майға тиклем был эшкә йәлеп ителгән хеҙмәткәрҙәр билдәләнгән ваҡыт эсендә үҙе хаҡында мәғлүмәт бирмәгән йүнселдәр буйлап йөрөп сығасаҡ, шылтыратасаҡ.
Отчет бирмәгәндәргә иҫәп алыусыны көтөп ултырмаҫҡа, “Башҡортостанстат”ҡа тейешле документты үҙаллы тапшырырға кәңәш ителә. Уны туранан-тура килтерергә, курьер йәки почта (электрон почта) аша ебәрергә мөмкин. Иҫәп алыусылар йөрөп сыҡҡас, йәғни 8 майҙан һуң, статистика отчетын тапшырмаған респонденттарға ҡарата Административ хоҡуҡ боҙоуҙар тураһындағы кодекстың 13.19-сы статьяһына ярашлы сара күреләсәк.
Тотош күҙәтеүҙә ҡатнашыу – һәр эшҡыуарҙың бурысы.