Башҡортса диктант яҙҙыралар15.04.2016
23 апрелдә Башҡорт дәүләт университеты башҡорт теле буйынса төбәк диктанты үткәрә. Сара бер үк ваҡытта төп вузда ла, уның филиал­дарында ла, институттарында ла, факультеттарында ла ойошторола. Туған телде белеү кимәлен Өфө, Бөрө, Сибай, Стәрлетамаҡ һәм Нефтекама ҡалаларында тикшерәсәктәр. Диктант сәғәт 10-да башлана.

Төбәк диктантының девизы – “Башҡорт телендә һөйләшәм, башҡорт телендә яҙам”. Проекттың бурысы – белем кимәле проблемаларына киң мәғлүмәт сараларының һәм йәмғиәттең иғтибарын йәлеп итеү, ирекле диктант барышында теләге булған һәр кемгә үҙеңде һынап ҡарау мөмкинлеген биреү, телдең статусын күтәреү.
Башҡортса диктант яҙыу өсөн алдан теркәлеүҙең кәрәге юҡ. Акцияла ҡатнашыусылар бланкта үҙенең ысын исем-шәрифен күрһәтмәһә лә була. Ентекле мәғлүмәт БДУ-ның башҡорт филологияһы һәм журналистика факультеты сайтында бирелгән. Белешмәләр өсөн телефондар: (347) 272-33-82, 273-82-72. Диктантҡа килеүселәр канцелярия кәрәк-ярағы менән тәьмин ителә.



Вернуться назад