“Башҡорт балы” тамғаһы беҙҙеке15.04.2016
Башҡортостандың Умартасылыҡ һәм апитерапия буйынса ғилми-тикшеренеү үҙәге ике интеллектуаль милек объектын — учреждениеның тауар тамғаһын һәм “Башҡорт балы” тигән тауар барлыҡҡа килгән урындың атамаһын — файҙаланыу хоҡуғын Федераль таможня реестрында теркәне.
Бындай ғәмәлдең маҡсаты — Рәсәйҙән башҡорт балын экспортлауға һәм ошондай тамға ҡуйылған продукцияны Украина, Үзбәкстан һәм Тажикстандан индереүгә контролде көсәйтеү. Ғилми-тикшеренеү үҙәгендә әйтеүҙәренсә, интеллектуаль милек объекттарын теркәү – ялған продукцияға ҡаршы көрәштең иң йоғонтоло алымдарының береһе.