Баҫыу бөркөттәре15.04.2016
Баҫыу бөркөттәре Ер күкрәгенә баҫып тора хужа,
Йөрәгенә күсә ерҙең көсө.
Ҡамыр һымаҡ күбеп ятҡан тупраҡ
Бөркә төҫлө уға икмәк еҫе.

Усындағы кескәй бөртөктәргә
Ил ҡеүәте, ил ҡөҙрәте һыйған.
Халҡыбыҙҙың бөйөк хазинаһын
Алтын кеүек ул бөртөкләп йыйған.

Ер ҡуйынына төшкән был орлоҡтар
Ашлыҡ булып тиҙҙән шытып сығыр.
Һуҙылып ҡалған бураҙналар, гүйә
Йәшәү тураһында бөйөк шиғыр.

Улар үткән юлда һибелеп ҡала
Кешелеккә бәхет бөртөктәре.
Киң ҡырҙарҙа ҡанаттарын кирә
Игенселәр – баҫыу бөркөттәре!

С. Әбүзәр





Теләк тә, терәк тә бар


Ауыл хужалығында үҙ кәсебен асып, халыҡҡа эш урындары булдырған тырыш, ҡыйыу егеттәр һәр саҡ һоҡланыу тойғоһо уята. Буралы ауылынан Ринат Шамратов (һүрәте – беренсе биттә), мәҫәлән. Өфөлә бер нисә йыл эшләгәндән һуң тыуған яҡтарына ҡайтып, 2010 йылда фермер хужалығы ойошторорға йөрьәт иткән ул.


– Баш ҡалалағы тәжрибә хужа­лығында, аҙаҡ һалым инспек­ция­һында иҡтисадсы булып йөрөгәндән һуң ҡыҫҡартыуға эләгеп, эшһеҙ ҡалырға тура килде. Әммә төшөн­көлөккә бирелмәнем, ауылға ҡайтып төпләнергә булдым, бала саҡтан мал араһында үҫкәнгәме, малсылыҡ менән шөғөлләнергә ниәт иттем, – ти йәш фермер. – Шөкөр, атай-әсәйем дә, туғандар ҙа теләгемә ҡаршы килмәне, һәр яҡтан хуплап, көс-дәрт кенә өҫтәнеләр.
Ринат Ромел улы 2014 йылда элекке колхоздан ҡалған бер ферма бинаһын һатып ала. Туғандары, дуҫтары ярҙамында уға ремонт яһай, һөт, һыу үткәргестәр, һыуытҡыс урынлаштырып, шәхси ихатаһындағы малдарын шунда тота башлай. Аҙаҡ республиканың Ауыл хужалығы министрлығы, район хакимиәте ярҙамында тырыш егет грант алыуға өлгәшә. Һөҙөмтәлә фермер, 50 баш ҡара-сыбар тоҡомло һыйыр малы, бер нисә берәмек ауыл хужалығы техникаһы һатып алып, яратҡан эшен киң йәйелдереп ебәрә. “Грант миңә генә түгел, райондың башҡа фермерҙары өсөн дә ҙур этәргес бирҙе, хәҙер беҙҙең төп бурыс — эште уңышлы ғына алып барыу”, – ти Ринат. Яңғыҙына ғына эшләүе еңелдән булмаясағын аңлап, ул рәсми рәүештә дүрт ауылдашын эшкә урынлаштырған. Ҡатыны ла ҙур ихласлыҡ менән яңы һөнәргә тотонған.
Фермер хужалығында, һыйыр йәки һарыҡтан тыш, йылҡыһы ла, ҡош-ҡорто ла булырға тейеш, минеңсә. Бөгөн Ринат уларҙың барыһын да аҫрай. Көнөнә 500 литр һөт һауып, Илеш һөт комбинатына оҙаталар. Ҡаҙнаға ингән аҡса хужалыҡ кәрәк-ярағына, хеҙмәт хаҡы түләүгә китә. Әйткәндәй, хеҙмәткәрҙәргә эш хаҡы ваҡытында, тотҡарлыҡһыҙ түләнә.
Әле Шамратовтың 500 гектар ере бар. Йәй бесәнлектә ҡышҡылыҡҡа етерлек мал аҙығы әҙерләнә, шул уҡ ваҡытта малдар көноҙоно көтөүлектә утлай.
Хужалыҡта ҡыҙыу осор – ҡыш­латыу миҙгеле тамамлана. Әлбиттә, техника яҙғы баҫыу эштәренә күптән әҙер. Яғыулыҡҡа ҡытлыҡ юҡ, уны фермер алдан хәстәрләгән. Келәт­тәрҙә һаҡланған орлоҡтоң сифаты тикшерелә.
Ринаттың киләсәккә уй-хыялдары ҙур ғына. Ерен киңәйтеп, көтөүҙе 100 башҡа арттырып, һыйыр малынан алынған продукцияны туранан-тура баш ҡала халҡына еткерергә ниәтләй. Бынан тыш, һөттө уңайлы пакеттарға тултырып ҡулланыусыларға магазин селтәрҙәре аша һатырға уйлай. “Теләк тә, һаулыҡ та бар, тәүәккәлләйһе генә ҡалды. Әле һөттө пакеттарға ҡойоу ҡоролмаһы һатып алырға йыйынам. Ауыл туризмы ла ҡыҙыҡһындыра. Беҙҙең яҡтың тәбиғәте күптәргә оҡшай”, – ти фермер.
Хушлашыр алдынан Ринат Ромел улы, үҙ эшен башлаусыларға эштән ҡурҡмаҫҡа кәңәш итеп, ауыл хужалығы продукцияһына ихтыяж булды һәм буласаҡ, тигән теләктәрен еткерҙе.





Вернуться назад