“Рәхмәт!.. Үҙең дә йәшә рәхәт!”13.04.2016
“Рәхмәт!..  Үҙең дә  йәшә рәхәт!” Аҡса хакимлыҡ иткән дәүерҙә йәшәйбеҙ. Аҙмы-күпме, һәр бер нәмәнең, һәр хеҙмәттең хаҡы бар. Хатта... рәхмәттең дә.

Элек кешеләр бер-береһенә ярҙам ҡулы һуҙа ла береһе ихластан рәхмәт әйтеү, икенсеһе риза булып ҡабул итеү менән сикләнә ине. Ауылдарҙа күмәк эшкә өмә йыйҙылар. Бындай бушҡа ярҙам итеүҙе бер ниндәй ҡәнәғәтһеҙлек белдермәй, киреһенсә, ниндәйҙер бурыс, мәртәбә күреп ҡабул иттеләр. Ә эштең иң ҙур хаҡы хужаның рәхмәт әйтеп, ашатып-эсереп сығарыуы булды.
Хәҙер заманалар үҙгәрҙе. Аҡсаһыҙ бер аҙым яһау, бер йомошоңдо атҡарыу мөмкин түгел. Иң тәүҙә түләү хаҡы менән ҡыҙыҡ­һыналар. Хатта рәхмәт белдереүҙең дә мотлаҡ матди кәүҙәләнеше була. Кешенең көнө аҡса тураһында уйлауҙан башланып китә лә шуның менән барып тамамлана, тиергә лә мөмкин. Ни әйтәһең, баҙар ҡанундары хөкөм һөрә.
Ул ғына түгел, заман мәңгелек, баһалап бөтөргөһөҙ ҡиммәт тип һаналған нәмәләргә лә хаҡ билдәләй башланы. Мәҫәлән, ЭКО процедураһы эшләтеү 60 –180 мең, икенсегә бала табыу 453 мең һум тора, суррогат әсәлек – бер фатир хаҡы... Ә бына Рәсәй Хөкүмәте ҡарамағындағы Финанс универ­ситетының социология департаменты халыҡтан һорау алыуҙар нигеҙендә, былтыр илдә кеше ғүмере уртаса 4,5 миллион һумға баһа­ланды, тип белдерҙе. Бер йыл элекке осор менән сағыштырғанда, ул 700 мең һумға артҡан. Бындай “үлсәү”ҙе илдең 36 ҡала­һында үткәргәндәр. Иң ҙур хаҡты Екатеринбургта (7,5 миллион һум), иң түбәнен Һарытауҙа (1,9 миллион һум) ҡуйғандар.
Социолог-ғалимдар әйтеүенсә, был һандар – ныҡ түбән күрһәткес. “Табип, уҡы­тыусы, инженер, төҙөүсе һәм башҡалар кешегә һаулыҡ, ғүмер бүләк итеп, белем биреп, яңы производстволар асып, иҡти­садҡа, йәмғиәткә әллә күпме файҙа килтерә”, – ти улар. Һәм ысынында, әхлаҡи зыянды ла өҫтәһәң, беҙҙә кеше ғүмере 39 миллион һум торорға тейеш, тип билдәләйҙәр. Әлбиттә, кеше ғүмере баҙар тауары түгел, был – шартлы хисап дәүмәле, тип тә өҫтәйҙәр. Ысынлап та, Салауат Юлаев, Александр Матросов менән Миңлеғәле Ғөбәйҙуллин, Аҡмулла, Мөхәмәтша Буранғолов, Мостай Кәрим, Абдулла Солтанов һәм башҡаларҙың ғүмерен матди үлсәмдә иҫәпләү мөмкин түгел. Мәңгелек исемдәр, мәңгелек ҡиммәттәр барыбер мәңгелек булып ҡала бирә.
Бөгөн хатта эшҡыуарҙар байлыҡ артынан ҡыуыуҙы бер мәлгә туҡтатып тороп, мәңгелек төшөнсәләр тураһында уйлана икән дәбаһа. Яңыраҡ Түбәнге Новгород өлкәһендә шундай ғәжәп хәл теркәлгән. Арбитраж суд урындағы Рус православие сиркәүе епархияһына булған дәғүәне тикшергән. Дин әһелдәре үҙҙәренең бер бинаһында урынлаштырыр ҡаҙанлыҡ өсөн проект документтарын төҙөүҙе үтенеп, коммерция фирмаһына мөрәжәғәт итә. Ләкин матди ҡыйынлыҡ кисереү арҡа­һында һуңынан тейешле булғандың яртыһын ғына түләй алалар. Йәнә 508 мең һум бурыстары ҡала. Суд барышында дәғүәсе талабын үҙгәртә: бурыстың 200 меңен генә кире ҡайтарып, ҡалғаны иҫәбенә фирма етәксе­ләренең, уларҙың ғаилә ағзаларының һаулығы-именлеге өсөн доға ҡылырға. Шул шарттарҙа ике яҡ араһында солох килешеүе төҙөлә лә.
Дин әһелдәренең “Алла ҡолдары” хаҡына доға ҡылыу-ҡылмауын кем нисек тикшерер – уныһы беҙгә ҡараңғы. Әммә был ҡарар дәғүәсене ҡәнәғәтләндергән икән, юҡҡа түгелдер, моғайын. Тимәк, кеше күңеле ҡоро иҫәп-хисапҡа ғына ҡоролмаған. Уны рухи байлыҡ ҡына үҫтерә, ул күп матди булмаған күренештәрҙе үҙендә һаҡлай, шуларҙан көс-ҡеүәт туплай. Бая башта телгә алған рәхмәт төшөнсәһен генә алайыҡ. Ихлас әйтелгән ябай ғына рәхмәт һүҙҙәре лә аҡса менән түләгәндәге кеүек үк тойғолар тыуҙыра. Ҡайһы бер мәлдәрҙә алған ҡәнәғәтләнеү хисе артығыраҡ та булмаһа әле...
Кеше рәхмәт ишетеүгә генә түгел, рәхмәт әйтеүгә лә мохтаж. Иҫкә төшөрәйек әле, урамда, йәмәғәт транспортында, магазинда балағамы, оло кешегәме һүҙ, ҡул ярҙамы күрһәтеп ебәргәндә ҡайһылай рәхәт, ни хәтлем күңел үҫә. Кемгәлер бушлай ярҙам итеү – ошо күңел талабы. Йышыраҡ әйтәйек шул һүҙҙе. Тағы ла йышыраҡ ишетәйек. Бөгөн киң таралған “рәхмәтте кеҫәгә һалып булмай”, “рәхмәтте икмәккә һыламаҫһың” тигән һүҙҙәр урынына “рәхмәтеңә рәхмәт”, “бер рәхмәт мең бәләнән ҡотҡарыр”ҙы күберәк ҡулланайыҡ.




Вернуться назад