Быйыл яҙ иртә килде һәм ҡапыл йылытып ебәрҙе. Шул уҡ ваҡытта үткән ҡышта яуым-төшөм мул булды. Тимәк, һыу баҫыу ҡурҡынысы янай. Ә ташҡынға әҙербеҙме, ғөмүмән, хәүефләнергә урын бармы? Ошо һәм башҡа һорауҙар менән ҡала хакимиәтенең мобилизация әҙерлеге һәм граждандарҙы һаҡлау бүлеге начальнигы Олег ТЮРЕНКОВҡа мөрәжәғәт иттек.– Стәрлетамаҡ ташҡын менән танышмы?
– Һыу күтәрелеү буйынса үткән быуаттың 80-се йылдарҙағы рекорды ҡабатланып, 2013 йылда ҡалала Стәрле йылғаһы буйында ултырған йорттарҙы һыу баҫты. Шулай уҡ Ағиҙел һәм Ашҡаҙар йылғалары кимәле лә ныҡ күтәрелгәйне. Һөҙөмтәлә 400 йорт ваҡытлыса һыу аҫтында ҡалды. Бәхеткә күрә, матди зыян ғына күрелде.
– Үкенесле хәл ни сәбәптән килеп сыҡты?
– Ташҡынға ҡаршы әҙерлек ҡалала иң мөһим мәсьәләләрҙең береһе булып тора. Был тарафтан йыл да ҙур эш башҡарыла. Шул уҡ ваҡытта һыуҙың нисек һәм ниндәй урында күтәрелеүен аңлауы ауыр. Ғәҙәттән тыш хәл бит көтмәгәндә килеп сыға. Иҫләүегеҙсә, ул йылда ҡар ҡапыл ирене, быға яуым-төшөм өҫтәлде. Ғәҙәттә, ташҡын ваҡытында һыуыҡ төндәр һыуҙы нисек тә булһа тотҡарлап тора (ҡар артабан да иремәй), ул йылда был йәһәттән уңманыҡ – тәүлек әйләнәһенә йылы һауа торошо торҙо.
Уның ҡарауы, был осраҡтар киләсәкте планлаштырырға ярҙамлаша, етешһеҙлектәрҙе иҫәпкә алып эш итәбеҙ. Мәҫәлән, был ташҡындан һуң Стәрле йылғаһының 2,5 километр арауыҡтағы уң яҡ ярын (23 Май урамынан алып Хоҙайбирҙин урамына тиклем) күтәрҙек. Был эште башҡарып сығыр өсөн ике миллион һумдан ашыу аҡса сарыф ителде. Үкенескә ҡаршы, барлыҡ хәүефле урындарҙы ла нығытып булманы. Ҡайһы бер яр буйҙары шәхси милеккә тура килә, бәғзе бер урындарҙа граждандар законһыҙ рәүештә төҙөлөш алып бара. Нисек кенә булмаһын, эште бюрократик аҙымдар тотҡарлай. Иң үкенеслеһе – был төбәккә ташҡын ваҡытында хәүеф янай бирә.
Әлегә һыуҙың ҡайһы урында ташып сығырын белеп булмай. Шулай ҙа ташҡынға ҡаршы әҙерлек яҡшы бара. Ҡаҙнанан 2,5 миллион һум аҡса бүленде. Алты авария-ҡотҡарыу бригадаһы ойошторола. Махсус техника бар. Бынан тыш аҙыҡ-түлек, медицина ярҙамы мәсьәләләре лә хәл ителгән.
– Тимәк, хәүефләнергә урын юҡ?
– Шулай ҙа күрше-тирә төбәктәрҙән беҙгә йүнәлгән йылғалар аша һалынған күперҙәр торошо борсолоу тыуҙыра. Уларҙың ҡайһы берҙәре ташҡын ваҡытында ҡулланылмай, әммә боҙ килеп тығылғандары ла юҡ түгел.
– Стәрлетамаҡ – сәнәғәт ҡалаһы. Һыу баҫҡан осраҡта экологик хәүеф янаймы?
– Теоретик йәһәттән янай. Ғәмәлдә һыу ул тиклем кимәлгә күтәрелмәй, хатта Башҡортостан сода компанияһы ҡарамағындағы “аҡ диңгеҙҙәр” (дистиллят шыйыҡса ятҡылығы) күтәрелгән осраҡта ла. Шулай уҡ мал ҡәберлектәренә лә һыу барып етмәй.
– Халыҡты иҫкәртеү эше нисек ойошторолған?
– Хәүефле райондарҙа халыҡты иҫкәртеүсе махсус ҡорамалдарҙы ошо көндәрҙә тикшереп ҡараныҡ. Бынан тыш киң мәғлүмәт саралары аша мөрәжәғәт итәбеҙ, әңгәмәләр алып барабыҙ.
– Һөҙөмтәһе ниндәй?
– Кемдәр хәүефле төбәктә йәшәй, барыһы ла аңлап тора, хеҙмәттәшлек итә. Шул уҡ ваҡытта һаулығына яуаплы ҡарамағандар ҙа бар. Хәүеф янаған осраҡта ла өйҙәрендә ҡалалар, һыу баҫыу ихтималлығын инҡар итәләр. Әйтәйек, 2013 йылғы ташҡын ваҡытында һыу аҫтында ҡалған 400 йорттоң бер нисәһе генә страховкаланғайны. Нисек кенә булмаһын, уяулыҡ ныҡ булырға тейеш.
Әңгәмәне Рәмил МАНСУРОВ ҡорҙо.