Йәшник эсендә... бала13.04.2016
Йәшник эсендә... бала И, донъя!.. Әҙәм балаларының башҡа һыймаҫ ҡылыҡтарын ишетеп, сәс үрә торорлоҡ. Тегендә берәү кеше үлтергән, бында – аҫылынған, унда балаһын сүп йәшнигенә ташлаған... Аҙыумы был, әллә аҡылдан яҙыумы?! Рәсәйҙә ай һайын 15 – 23 сабыйҙың ғүмере ҡыйылыуы ғына ла ҡот осҡос хәл! Ҡотолоу юлы бармы? Һуңғы ваҡытта илебеҙҙә “бэби-бокс”тар асыу кәрәклеге тураһында бәхәстәр ҡуйырҙы.


Нимә һуң ул “бэби-бокс”? Уны икенсе төрлө “ғүмер тәҙрәһе” тип тә йөрөтәләр. Медицина учреждениеларындағы махсус йыһазландырылған был урын әсәләр баш тартҡан сабыйҙарын ҡалдырып китер өсөн тәғәйенләнгән. Уның урам яғына ҡараған тәҙрәһен асып, йорт эсендәге уңайлы яйланмаға баланы һалалар. Бер минуттан “бишек” үҙенән-үҙе ябыла һәм уны тыш яҡтан башҡаса асып булмай. “Бэби-бокс”та бала ҡалдырылғанлығы автоматик сигнал ярҙамында учреждение хеҙмәткәрҙәренә хәбәр ителә.
Бында бер ниндәй һаҡ та, йәшерен видеокамералар ҙа ҡуйылмай, йәғни балаһын ҡалдырған әсә билдәһеҙ булып ҡала. Әгәр балала тән йәрәхәттәре юҡ икән, әсә яуаплылыҡҡа тарттырылмай. Артабан сабыйҙың яҙмышы менән опека органдары шөғөлләнә. Рәсәй закондарына ярашлы, баланы махсус учреж­дениеға урынлаштырыу буйынса юридик ярҙам күрһәтеләсәк. Әлбиттә, сабыйҙы башҡа ғаилә уллыҡҡа алмаҫ элек, әсә кеше ДНК идентификацияһы үтеп, уны кире ҡайтарыу хоҡуғына эйә.
Белгестәр “бэби-бокс”тар булды­рыуҙың өҫтөнлөклө яҡтары бар тип иҫәпләй. Иң беренсе сиратта уның аноним булыуы мөһим, ти улар, сөнки бала табыуы хаҡында белмәһендәр өсөн әсә кеше күп осраҡта сабыйының ғүмерен өҙә. Икенсенән, бала табыу йортонда сабыйҙан баш тартҡанда, бер нисә процедура үтергә кәрәк. Бында иһә “ғүмер тәҙрәһе”нә алып барып һалыу ҙа етә. Өсөнсөнән, яңы тыуған сабыйҙар ҡайҙа етте шунда ташланып, ғүмерҙәренә хәүеф янамай.
“Бэби-бокс”тар ҡоролошо буйынса төрлө булһа ла, уларҙың эшләү рәүеше бер үк. Уның эргәһендә йәш әсәләргә ауыр мәлдәрендә ҡайҙа ярҙам алырға мөмкин булыуы тураһында мәғлүмәт биргән плакаттар ҡуйыла.
Бындай ҡоролмалар урта быуаттарҙа тарала. Ләкин XIX быуат аҙағында юҡҡа сыға һәм 1952 йылда ҡайтанан ҡул­ланыла башлай. Ә 2000 йылдан алып был проект байтаҡ илдәрҙә, бигерәк тә Германияла киң файҙаланыла. Бөгөн унда сабыйҙарҙы ҡабул итеү буйынса 100-ләп ҡоролма бар. Мосолман иле Пакистанда иһә 300 самаһы урынлаш­тырылған. Немецтар уны – “ғүмер тәҙрәһе”, итальяндар – “ғүмер бишеге”, япондар – “ҡауҙы бишеге”, ҡытайҙар “сабыйҙарҙы ҡотҡарыу утрауы” тип йөрөтә. Шулай ҙа иң тәүге ҡоролма 1198 йылда Италияла барлыҡҡа килгән. Рим папаһы Иннокентий III әсәләр сабый­ҙарын үлтермәһен өсөн ошо алымды хуплай. Ә хәҙерге заманда иң тәүге “бэби-бокс” 2000 йылда Германияның Алтоне ҡалаһында барлыҡҡа килә. Ләкин күп кенә илдәрҙә ташландыҡ сабый­ҙарҙың һаны артҡандан-арта барып, иҡтисади сәбәптәр арҡаһында бындай “бишек”тәрҙе ябырға мәжбүр булалар.
Рәсәйҙә тәүге “бэби-бокс”тар 2011 йыл­да Сочи ҡалаһында, Краснодар, Пермь крайҙарында асыла. Пермдәге “Өмөт бишеге” хәйриә фонды етәксеһе Елена Котова әйтеүенсә, торлаҡ-коммуналь хужалыҡта эшләгән осорҙа сүп-сар йәшнигенә ташланған балаларҙың мәйетен күреп, йәне һыҙлай. Ҡаршы­лыҡтар күп булыуға ҡарамаҫтан, ҡалала ташландыҡ сабыйҙарҙы ҡабул итеү пунктын асыуға өлгәшә.
– “Бэби-бокс”тың эш һөҙөмтәһе – уның буш тороуында, – ти Елена. – Ләкин “ҡотҡарыу түңәрәге” һәр ваҡыт әҙер торорға тейеш, бәлки, кемдеңдер ғүмерен һаҡлап ҡалыр. Беҙҙең “бэби-бокс”та дин әһелдәренең, психолог­тарҙың, хатта минең телефон һандары ла яҙылған. Иң беренсе балаһын етемлеккә дусар иткән ҡатын-ҡыҙҙы был аҙымды яһамаҫҡа өгөтләйбеҙ, донъяла уның яңғыҙ түгеллеген аңлатырға тырышабыҙ. Бөгөн ҡот осҡос булып күренгән хәл ваҡыт үтеү менән башҡа төрлө булып күренәсәк.
Ҡатын-ҡыҙҙың балаһынан баш тартыу юлына баҫыуының сәбәптәрен белмә­йенсә ҡабалан хөкөм итергә өйрәнеп китмәнекме икән беҙ? Аптыраған булабыҙ, бот сабабыҙ, ҡәһәрләйбеҙ... Ә бит ул ҡатындың тормошо нисек бул­ғанлығын беребеҙ ҙә белмәй. Әлбиттә, һүҙ ҙә юҡ, баланы ташлау, уның ғүмерен өҙөү – иң ҙур гонаһ! Ләкин бер ул ғына ғәйеплеме икән, был беҙҙең, тотош йәмғиәттең сире түгелме? Ошо хәлдәр ниндәйҙер сит планетала түгел, беҙҙең тормошобоҙҙа бара лабаһа! Советтар осорон нисек кенә һүкһәк тә, ул заманда бындай күренештәр бармаҡ менән һанарлыҡ ине. Бөгөн беҙ башҡаларҙың яҙмышына ҡарата битараф була бара­быҙ шикелле. Йәнәһе, беҙгә ҡағылмай. Ә тормоштоң “тәгәрмәс” кеүек әйләнеүен уйлап та бирмәйбеҙ. Тәнҡитләргә тиһәң, беҙҙе ҡуш: башҡаларҙың ете ҡат ер аҫтындағы гонаһтарын соҡоп сығарабыҙ, һис юғы өҫтәп ебәрәбеҙ, ә ярҙам итергә ҡулыбыҙҙан килмәй. Уйлап ҡуяһың, бөгөн килеп Ғайса ғәләйһиссәләм, кемегеҙ гонаһһыҙ, иң беренсе башлап шул таш бәрһен, тиһә, күмәкләшеп таш яуҙырыр инек...
“Бэби-бокс”тарға сабыйҙарын тапшы­рырға ҡатын-ҡыҙҙарҙы төрлө сәбәптәр этәрә. Тикшереүҙәр күрһәтеүенсә, эскесе ғаиләләр алып бармай унда, сөнки бала уларға килем сығанағы: хәйер һоратырға, дәүләттән пособие алырға мөмкин... Ғәҙәттә, балаһы булған, тағы бер “артыҡ тамаҡ”ты аҫрауҙан ҡурҡҡан ҡатындар сабыйынан баш тарта. Социаль ғәҙел­һеҙлек, ауыр тормош шарттары арҡа­һында ошо аҙымға барырға мәжбүрҙәр. Әйтәйек, ғаиләһе мохтажлыҡта көн күргәндәр балаларынан мәхрүм ителә. Әгәр осто-осҡа ялғап йәшәгән ғаиләлә тағы бер бала тыуа икән, тимәк, ул ҡатын башҡа балаларынан да ҡолаҡ ҡағасаҡ. Опека органдары ундайҙарға бер генә һорау бирә: “Аҫрай алмағас, ниңә таптың?” Һәм бөтә “гвардия”ны тартып ала...
“Бэби-бокс”тар идеяһы Рәсәйҙә яңылыҡ түгел, әлбиттә. Тупһаларына ташланған сабыйҙарҙы ғибәҙәтха­налар­ҙа, хәлле ғаиләләрҙә тәрбиәләп үҫтер­гәндәр. Ләкин, нимә генә тиһәк тә, беҙҙең илебеҙҙә киң таралған күренеш тип әйтеп булмай. Ҡала эргәһендәге сүплектә эшләгән берәүҙең һөйләгәне хәтерҙә: “Унда үлгән бәпестәр килеп сыға”, – тигәйне. Тимәк, беҙҙә балаларҙан ниндәй юл менән арыныу таралғанлығы билдәле. Мәҫәлән, Пермь крайында “бэби-бокс” ҡуйылғанға тиклем ете сабый мәйете табылған, “бишек” ҡуйылғандан һуң берәү ҙә юҡ.
Әлбиттә, бөтә ҡатын-ҡыҙҙарҙың ҡылығын бер ҡалыпҡа һалып булмай. Күпме генә өгөтләп, ярҙам ҡулы һуҙһаң да, балаһынан баш тартыуҙы хуп күргән еңел-елпе уйлылары бар. Ошондай әсә ҡарынында яралыуы баланың ғәйебе түгел, ул йәшәргә тейеш. Әгәр әсә сабыйын подъезда, магазинда йә башҡа урында ҡалдырып китә икән, закон буйынса енәйәт яуаплылығына тарттырыла. Был осраҡта “бэби-бокс”та ҡалдырыу отошло түгелме?
Шулай ҙа, миҙал ике яҡлы булған кеүек, “бэби-бокс”тар балаһынан баш тартҡан әсәләр һанын арттырмаҫмы тип шикләнгәндәр ҙә, “бэби-бокс” – әсәлекте емереүсе алым, тип әйткәндәр ҙә бар. Ысынлап та, балаһынан баш тартҡан әсәнең кемлеге билдәһеҙ булыуы, сабыйҙан еңел генә ҡотолоу ысулы йәмғиәт сире булып таралып китмәҫме? Был “бишектәр”ҙең эшләүе тураһында ҡатын-ҡыҙҙарҙың хәбәрҙар булыуы ғына ла әсәлек һәм балалыҡ мөнәсәбәттәрен емереүгә табан яһалған аҙым түгелме? Һәр хәлдә дәүләт һәм йәмғиәт тарафынан әсәлекте яҡлау, социаль ярҙам күрһәтеү мәсьәләне хәл иткәндә иң ҡулайлы алым һымаҡ. Ә былай баланы “бэби-бокс”ҡа ташланың да оноттоң тигән һымаҡ килеп сыға.
Әйтәйек, “бишек”тәр асылған төбәк­тәрҙә ыңғай үҙгәрештәр бармы һуң? Владимир өлкәһенең социаль хеҙмәткәре Г. Прохорычев бына нимә ти: “Беҙҙә “бэби-бокс”тар 2011 йылда барлыҡҡа килде. Бөгөнгә тиклем бер бала ла унда ҡалдырылмаған. Шул уҡ ваҡытта балаһын үлтергән әсәләргә йыл һайын 8 – 12 енәйәт эше асыла”.
Ғөмүмән, “бэби-бокс”тар енәйәтте йәшереү ҡулланмаһы булып китеүе лә ихтимал. Миҫал итеп әйтәм: әсә балаһын үлтерә, яуаплылыҡҡа тарттырылмаҫ өсөн уны “бокс”та ҡалдырҙым, ти. Шунан табып ҡара ғәйеплене! Тағы ла бала һатыу осраҡтарын ишеткәнебеҙ бар. Әсә балаһын һатып ебәрә, һораһалар, шул уҡ яуап...
Советтар дәүләте тарҡалғандан һуң илебеҙгә Көнбайыштан төрлө “яңылыҡ­тар” бәреп инде. Әлбиттә, уларҙың файҙалыһы ла, зыянлыһы ла бар. Ләкин кеше яҙмыштары хәл ителгәндә ата-бабаларыбыҙҙан ҡалған ғөрөф-ғәҙәт­тәребеҙҙе, изге йолаларыбыҙҙы ниндәй­ҙер ят мөхиттең, сит тәрбиә ысулда­рының юҡҡа сығара барыуы фажиғә түгелме?! Цивилизация заманында йәшәйбеҙ, тигәндәр ҙә булыр. Шулай ҙа булһын, ти. Ләкин ағас ни тиклем бейек үҫһә лә, уны тамырҙары тотоп торған­лығын онотмайыҡ.



Вернуться назад