Һәр мәсьәлә мөһим13.04.2016
Республика парламентының сираттағы ултырышы
21 апрелгә тәғәйенләнде. Көн тәртибенә 40-тан ашыу мәсьәлә сығарылды.


Кәңәшмә республиканың Контроль-иҫәп палатаһы рәйесе Салауат Харасовтың үҙе етәкселек иткән ведомствоның 2015 йылдағы эшмәкәрлегенә отчет биреүҙән башланасаҡ. Артабан Башҡортостанда Эшҡыуарҙар хоҡуғын яҡлау буйынса вәкил Рафаил Ғибәҙуллин былтыр ошо йүнәлештә ниндәй эштәр башҡарылыуы хаҡында һөйләйәсәк.
— Был мәсьәләләр бик мөһим һәм әһәмиәтле, — тине Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев. — Контроль-иҫәп палатаһы республика бюджетының үтәлешен контролдә тота. Кәңәшмәлә докладсыға һорауҙар күп булыр тип уйлайым. Эшҡыуарҙарҙың хоҡуғын яҡлау мәсьәләһе лә – көн ҡаҙағында. Бигерәк тә бөгөн, иҡтисади яҡтан ауыр шарттарҙа.
Ултырышта барлығы 20 закон проекты ҡараласаҡ, шуларҙың һигеҙе тәүгә тикшерелә. Ун закон проекты һуңғы уҡыуға тәҡдим ителә.



Вернуться назад