Кисә республика Башлығы Рөстәм Хәмитов хеҙмәт алдынғыларына Хөкүмәт наградалары тапшырҙы. Залда төрлө һөнәр эйәләре йыйылған. Улар араһында Өфө моторҙар эшләү берекмәһе хеҙмәткәрҙәренең бихисап булыуы ойошманың төбәк иҡтисадын үҫтереүҙә тотҡан лайыҡлы урыны тураһында һөйләй. Берекмә хеҙмәткәрҙәре араһында II дәрәжә “Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән бүләкләнеүселәр ҙә булды. Уларҙы тәбрикләп, Рөстәм Зәки улы лайыҡлы алмаш тәрбиәләү кәрәклеген, инженер һөнәренең баһаһын арттырыу зарурлығын һыҙыҡ өҫтөнә алды.
“Янғантау” шифаханаһы директоры Энгельс Килмөхәмәтов оҙаҡ йылдар дауамындағы лайыҡлы хеҙмәте өсөн “Башҡортостан Республикаһы алдындағы хеҙмәттәре өсөн” ордены менән наградланды. Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Рәшит Хәйруллинға Рөстәм Хәмитов Салауат Юлаев орденын таҡты.
– Балтас районының Нөркә ауылы эргәһендә легендар Салауат Юлаевтың һуңғы яуҙарының береһе үткән. Бала саҡта ошо бәрелештәр булған урындарҙа һуғыш уйнаныҡ. Уҡ-һаҙаҡ, хәрби кейемдәр таба торғайныҡ. Ул ҡомартҡылар хәҙер ҡәҙерләп музейҙа һаҡлана. Ә шуларҙы йыйып, Салауат булып һуғыш уйнаған малайҙың ҡасандыр уның һыны төшөрөлгән орден тағырын күҙ алдына ла килтермәй инем. Бөгөн иһә быны ниндәйҙер бер изге билдә һымаҡ ҡабул итәм, – тине Рәшит Хөснулла улы.
Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағоловҡа иһә Рәсәй Президентының Рәхмәт хаты тапшырылды.
– Бер ваҡытта ла “халҡым” тип ҡысҡырып йөрөмәнем. Бары тик эшем менән милләтемә ҡарата ғорурлыҡ тойғоһо уятырға тырыштым. Ошо маҡсатта Рәсәйҙең бөтөн төбәктәрендә тиерлек булдым, – тип белдерҙе ул.