Башыңды күтәр! Йыһан сикһеҙ...13.04.2016
Башыңды күтәр! Йыһан сикһеҙ... “Ҡуҙғалдыҡ!” Бынан 55 йыл элек ошо һүҙҙе әйтеп, кешелек тарихында тәүге тапҡыр Йыһан гиҙергә юллана Юрий Гагарин. Алыҫта ҡалған был сағыу апрель көнө совет халҡы өсөн ысын байрамға әүерелә. Күңелдәрҙә – еңеү,
беренселек рухы, ил өсөн ҙур ғорурлыҡ тойғоһо, яңы үрҙәргә ынтылыш...


Ярты быуаттан ашыу ваҡыт үтһә лә, был ваҡиға онотолмай. Илебеҙ халҡын һаман да бейеклеккә әйҙә­гән­дәй ул. Кисә Өфөнөң Салауат Юлаев майҙанында үткәрелгән “Башыңды күтәр!” акцияһы ла быға асыҡ дәлил булды. Байрам уңайынан йыйылған халыҡ алдында сығыш яһап, “Гагарин-үҙәк” идаралығы етәкселәре йы­һан эшмәкәрлегенең дәүләт сәйәсәтендә мөһим йүнәлеш булыуын, фән, мәғариф, бизнес тармаҡтары үҫешендәге баһалап бөткөһөҙ өлөшөн билдәләне.
Башыңды күтәр! Йыһан сикһеҙ...Рәсәйҙең был өлкәлә бай тәжрибәһе бар. Уны һөҙөм­тәле ҡулланыу, белемде даи­ми камиллаштырыу, кон­курентлыҡҡа һәләтле заманса технологиялар булдырыу дәүләттең социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур әһәмиәткә эйә. Ошо маҡ­сат­ҡа ярашлы эске һәм тышҡы баҙарҙа яңы йыһан хеҙмәт­тәре оператор­ҙары система­һын булдырыу, ГЛОНАСС системаһының мөм­кин­лек­тәрен киңәйтеү, инфраструк­тураһын яңыр­тыу һәм башҡа эштәр башҡарыла. Дөйөм бурысты тормошҡа ашы­рыу­ға Баш­ҡортостан менән Мәскәү­ҙәге Ю.А. Гагарин исемен­дәге космонавтар әҙерләү үҙә­генең киң хеҙмәттәш­лек алып барыуы ҙур өлөш индерә.
...Майҙанға йыйылған һәр кемдең ҡулында – Юрий Гагарин һүрәтләнгән аҡ төҫтәге шар. Бына улар бер юлы күккә осоролдо. Гүйә, аҡ те­ләктәр, изге маҡсаттар бе­йеккә ашты. Эйе, Йы­һанды беренсе булып гиҙгән Рәсәй халҡы һис ҡасан башын түбән эймәҫ, киләсәккә ғорур бағып йәшәр.


Башыңды күтәр! Йыһан сикһеҙ...“Роскосмос” башлығы Игорь КОМАРОВ:

– Яңы Федераль йыһан программаһы раҫланды. Уның өҫтөнлөклө йүнәлештәрен йыһан эшмәкәрлеге өлкәһендәге дәүләт сәйәсәте нигеҙҙәре тәшкил итә. Был йүнәлештәрҙең иң көнүҙәге – халыҡ хужалығы, фән өсөн космос аппараттары төркөмөн һаҡлап ҡалыу һәм үҫтереү. Ғаләм киңлеге һәм алыҫ йыһан өлкәһендәге төплө тикшеренеүҙәр ҙә мөһим. Өсөнсө йүнәлеш осоштарға ҡағыла. Рәсәй Хөкүмәтенең 2016 – 2025 йылдарға иҫәпләнгән Федераль йыһан программаһына ярашлы, финанслау күләме 1 триллион 406 миллиард һум тәшкил итә.
Бөгөн Рәсәй Марсҡа, Айға осоштар яһай, өр-яңы орбиталь станция, үтә ауыр ракета төҙөй аламы? Әлбиттә. 2025 йылға тиклем Айға биш йыһан “автоматын” ебәреүҙе күҙаллайбыҙ. Улар ярҙамында Айға буласаҡ экспедиция программаларын эшләйәсәкбеҙ. Бының өсөн техник мөмкинлектәр ҙә, тәүшарттар ҙа етерлек. Шул уҡ ваҡытта сәнәғәт предприятиелары менән етди эш алып барыу, уларҙы тейешле кимәлгә күтәреү, финанс хәлен, менеджментын яҡшыртыу шарт. Был структураларҙы, ҡеүәттәрҙе етди ҡулайлаштырырға кәрәк. Йылдам үҫеш, артабан да алға барыу өсөн төп шарттар бына ошо.


Вернуться назад