“Тирмәстан” йәштәр төркөмө хаҡында радио-телевидение, Интернет киңлектәре аша хәбәрҙарбыҙ. Ундағы егет һәм ҡыҙҙар бергәләшеп сәйәхәт итә, театрға, киноларға йөрөй, ябай ғына, әммә әһәмиәтле йыйылыштар ойоштороп, көндәрен матур һәм файҙалы үткәрә. Насар ғәҙәттәрҙән дә азат “Тирмәстан”дар. Спортҡа ла битараф түгелдәр. Осрашып күрешкән мәлдәрендә, байрамдарҙа йырлашып, бейешеп, уйындар уйнап, киләсәккә пландар ҡороп йәшәгән егет һәм ҡыҙҙарҙың һәр ҡайһыһы тәрән, төплө фекерләүе менән хайран итә.
Сәйәхәт өсөн үҙенсәлекле маршрут билдәләп, “һә” тигәнсә тупланып, Башҡортостаныбыҙҙың бейек-бейек тауҙарына, йылғаларына, шарлауыҡтарына юлланалар. Буран, ямғыр тип тормай, тәүәккәллек ҡылып, сәфәргә сығыуға, тәбиғәттә бер нисә көн мәғлүмәтһеҙ йөрөүгә күнеккәндәр ҙә инде. “Берҙәмлектә – көс” тигән әйтемгә таянып эш итә “Тирмәстан”дар. Маршрутты һыҙыу бер, ә шул юлды бергәләп үтеү, күңелле аралашыу, саф һауала сәй табындары – бөтөнләй икенсе мөғжизә!
Ваҡытты бушҡа уҙғарғансы, конькиҙа, саңғы-сноубордта шыуып, тәбиғәт хозурлығын дүрт миҙгелдә лә күреү, унда ял итеү мең тапҡырға отошло икәнен яҡшы аңлай “Тирмәстан” төркөмөндәгеләр. Республикабыҙҙағы ял йорттарын, тәбиғәт ҡомартҡыларын, уларҙың ҡайҙа урынлашыуын, тарихын, шулай уҡ риүәйәт-легендаларҙы ла яҡшы беләләр, төрлө өлкә белгестәре менән даими осрашыуҙар ҙа ойошторалар.
Башҡорт йәштәренең юлдары имен, эштәре хәйерле булһын!
http://ocenka.vashakvartira-ufa.ru