Әҙәм юҡҡа хаталанмай13.04.2016
Аҡыллы бер аҙым яһар ерҙә, иҫәр йөҙҙө яһар, тик файҙаһы булмаҫ.

* * *
Бер эште лә килеп сыҡмаҫ тигән уй менән башларға ярамай. Ана шул төпкөл уй гел ҡаршылыҡ сығара ла тора. Ул ғына түгел, алда ҡая булһа ла, янынан юл барын аңламаҫ итеп, ҡул һуҙымы ҡалған ерҙән өмөттө өҙөргә мәжбүр итә.
Тәүәккәлләнеңме – алға! Шыуып сығыр еренән – шыуып, үрмәләр еренән – үрмәләп, йүгерер еренән – йүгереп, йөҙөр еренән – йөҙөп, хатта тәкмәс атып! Туҡтап, ял алып, уйлап алырға ла онотма.

* * *
Ғүмергә етһен өсөн ныҡ яндыра торған ғашиҡлыҡ түгел, ә яйлап ҡына, оҙаҡ яна, йылыта торған сабыр һөйөү кәрәк.
Йәшлектә иһә тәүгеһе арбай – ул сағы­уыраҡ та, ҡайнарыраҡ та, ылыҡтырғысыраҡ та. Тик ләүкеү ялҡын тиҙ һүнә, көлгә ҡалып бара.
Һөйөү усағы һаламдан түгел, имәндән булырға тейеш.

* * *
“Аҡыллы” һорауҙар:
Килеп ултыра – идет садится булмаймы икән?
Килә ята – идет ложится?
Район гәзитендә эшләгән бер апай “картонная папка” тигәнде “ҡатырға атаһы” тип тәржемә иткән булған.

* * *
Башҡорттарым, уҡыу кәрәк, уҡыу кәрәк – диплом түгел, белем кәрәк, йәмәғәт!

* * *
Беҙҙә сит илдәрҙәгенән дә шәп ерҙәр күп! Тик юлдар хөрт, барып етә алған ерҙәрҙә сүп-сар күп...

* * *
Ҡыҙ булғансы, булһам ҡанатлы ҡош,
Тотҡон булмаҫ инем донъяла.
(Элекке йырҙан).

* * *
Ир балаларға ла еңел түгел донъяла... Уларҙың сырағы берәү, ҡыҙҙыҡы ҡырҡ, исмаһам...

* * *
Ҡаршы тау башында ҙур-ҙур йорттар һалынды. Кистәрен күп тәҙрәләр ҡараңғы – кеше йәшәмәй уларҙа. Капитал һалыр ысул...
“Курятник” тип йөрөтөлгән, бер фатир эсендә бишәр-алтышар ғаилә йәшәгән йәшлегебеҙ йорто иҫкә төшә. Һәр блокта кәмендә бишәр-алтышар бала ине. Бүлмәләр 9-10 квадрат метрлыҡ, бер күршебеҙҙеке генә 15 метрлы. Беҙҙең алты хужа йәшәгән, бер дөйөм аш бүлмәһе булған блокта – ете бала. Һигеҙенсеһе, Рая исемле ҡатындыҡы, ярты йәшкә генә етеп ҡалды. Ҡатын ныҡ эсә ине...
Йорттар әҙ төҙөлдө, ә кеше һаны арта барҙы.
Хәҙер күп төҙөлә, ә кеше әҙәйә...

* * *
10 октябрь – Ләүәш көнө.
Икмәкте, ниндәй генә телдә булмаһын, нисек кенә итеп бешерелмәһен – ҙурлайбыҙ инде ул!
Беҙҙең атай-әсәйҙәр, ҡасан ғына бер туя икмәк ашарбыҙ, күкрәккә терәп ҡайырып телербеҙ икән, тип хыялланып үҫкән.
Онотмайыҡ шуны.

* * *
Һәр хатаңды артабанғы үҫеш өсөн ҡуллан. Хаталар юҡҡа бирелмәй ул.

* * *
Итальян йырҙарында баш­ҡорт йырындағы кеүек моң бар. “О соле мио” йырын Абдулла Солтанов ағайҙан йырлатырға кәрәк ине...

Рубриканы Гүзәл СИТДИҠОВА алып бара.



Вернуться назад