Чернобылселәр, һеҙҙе бында көтәләр!12.04.2016
“Республика һуғыш ветерандары клиник госпитале” поликлиникаһының Өфөләге Дан бульварында урынлашыуын күптәр, моғайын, белмәйҙер ҙә. Әммә уға илткән юл Афған һуғышында ҡатнашҡандар, эске хәрби бәрелештәр ветерандары, Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүселәр һәм Ватанды һаҡлағанда һәләк булған яугирҙәрҙең ғаилә ағзалары өсөн яҡшы таныш. Был медицина учреждениеһы ишеген уларҙың һәр береһе ҡыйыу һәм тулы ышаныс менән асып инә. Табиптар менән пациенттарҙың йылы, үҙ-ара ихтирамлы мөнәсәбәте күптәрҙе һоҡландырырлыҡ.
Аҡ халатлы белгестәр эш көнө башланған мәлдән үк кемдәр менән осрашасағын ныҡлы белә. Шуға күрә үҙҙәренә ҡарата талапты икеләтә юғары ҡуйғандар тиһәң дә була. Кем инде хәлен аңлаған, үҙен көтөп торған табип эргәһенә килеүҙе кисектерһен йә булмаһа икеләнеп торһон?! Теләгән ваҡыттарында теге йәки был мәсьәлә буйынса мөрәжәғәт итәләр.
Поликлиника коллективы бер ветерандың да иғтибарҙан ситтә ҡалмауы өсөн төрлө саралар уҙғарып тора. Шуларҙың береһе – “Асыҡ ишектәр көнө”. Был мәлдә, поликлиника табиптарынан тыш, Башҡортостан дәүләт медицина университеты белгестәре лә ҡабул итә. Әлбиттә, тәғәйен ваҡыт эсендә теләгән һәр кемгә тейешле ярҙам күрһәтеп бөтөү мөмкин түгел. Шуға ла бындай сара 22 апрелдә лә үтәсәк, ул Чернобыль фажиғәһенә 30 йыл тулыу айҡанлы ойошторола. Әйткәндәй, әле республикала 2197 чернобылсе иҫәпләнә.
– Әлеге кеүек яуаплы сараларға һәр саҡ етди әҙерләнәбеҙ. Йәмәғәт ойошмалары менән тығыҙ бәйләнештәбеҙ, ойоштороу эштәрендә уларҙың ярҙамы ҙур, – тине Чернобыль фажиғәһе эҙемтәләрен бөтөрөүселәр менән эшләү үҙәге мөдире Марина Бикмөхәмәтова.
– Бындай саралар үҙен аҡлай тип иҫәпләйем. Төрлө район һәм ҡалаларҙан киләләр, форсаттан файҙаланып ҡалырға тырышыусылар күп, – тип ҡушылды уға табип Наталья Бояринова.
Һүҙҙәре раҫ булып сыҡты Наталья Владимировнаның. Мәҫәлән, беҙ осратҡан Радик Зиннәтуллин Салауат районынан килгән. “Госпиталдә “Асыҡ ишектәр көнө” буласағын ишеткәс, ара алыҫ булыуға ҡарамаҫтан, Өфөгә юлға сыҡтым. Табиптар бында бик иғтибарлы”, – тип, ҡәнәғәт булыуын белдерҙе ул.
Сифатлы медицина тикшереүе үтергә килгән Ринат Насиров Чернобылдәге авария ваҡытында Палецк өлкәһендә булған, шартлау эҙемтәләрен бөтөрөүҙә ҡатнашып, һаулығы ҡаҡшаған, әле I төркөм инвалиды. Ул да поликлиникалағы йылы мөнәсәбәтте билдәләне. Баш табип урынбаҫары Розалия Саҙиҡоваға ҙур рәхмәтле булыуҙарын белдерҙе.
Үҙҙәре хаҡында хәстәрлеккә ҡарата фекер еткереүселәр байтаҡ булды. Мәҫәлән, отставкалағы подполковник Валерий Яковлев бындағы табиптарға йыш мөрәжәғәт итеп, медицина тикшереүе үтеп тора икән. Әйткәндәй, Чернобылдәге фажиғә уның хәрби бурысын үтәгән сағына тура килгән. “Барлыҡ белгестәр ҙә иғтибарлы, ихтирамлы, хәлебеҙҙе аңлайҙар, тейешле дауалау сараһын билдәләйҙәр, сирҙәрҙән ваҡытында иҫкәртеп торалар. Розалия Тәлғәт ҡыҙына ҙур рәхмәтлебеҙ”, – тине уҙаман.
Хәйер, “Асыҡ ишектәр көнө”ндә генә түгел, һәр саҡ ихлас ҡаршылай медицина учреждениеһы. Ә әлегеләй саралар алыҫ район һәм ҡалаларҙа йәшәүселәр өсөн бигерәк тә уңайлы.