Ярҙам итербеҙме, әллә ярҙан этербеҙме?12.04.2016
Ярҙам итербеҙме, әллә ярҙан этербеҙме? Республикала “бэби-бокс”тар булдырыу тураһындағы ҡануниәтте ҡабул итеү тураһында ҡыҙыу бәхәс бара.

Яңы закон сабыйынан баш тартҡан әсәләргә балаларын ҡалдырыу өсөн махсус урын әҙерләүҙе күҙаллай. Аноним рәүештә, әлбиттә. “Бэби-бокс”тар Рәсәйҙең 11 төбәгендә бер нисә йыл элек урынлаштырыла башлаған. Үҙ әсәһенең ҡорбанына әйләнгән сабыйҙарҙың ғүмерен махсус йәшниктәр ярҙамында һаҡлап ҡалырға мөмкин буласаҡ, тигән фекерҙә белгестәр. Икенселәре, был аҙым балаһынан баш тартыусыларҙы күбәйтәсәк, тип билдәләй. Ә диндарҙар, бала мотлаҡ үҙенең ата-әсәһен белеп үҫергә тейеш, тигән фекерҙә.
Федерация Советындағы Фән, мәғариф һәм мәҙәниәт буйынса комитеты рәйесенең беренсе урынбаҫары Лилиә Ғүмәрова — “бэби-бокс”тар тураһында ҡануниәт авторҙарының береһе. Сенатор, ҡануниәткә үҙгәрештәр индереү һәр төбәккә махсус йәшниктәрҙе урынлаштырыу-урынлаш­тырмауҙы үҙенә хәл итергә мөмкинлек бирәсәк, тип белдерҙе.


Вернуться назад