Сабыйҙар... кредитҡа12.04.2016
Ипотека кредиты алған ғаиләгә, балалары тыуған осраҡта, бурыстың күпмелер өлөшөн иҫәптән сығарыу мөмкинлеген бирергә кәрәк. Сабыйҙары ни тиклем күп икән, тотоп ҡалынған сумма ла шунса ҙурыраҡ булырға тейеш. Идеяны Рәсәйҙә Бала хоҡуҡтары буйынса вәкил Павел Астахов та хупланы.


“Үҙ торлағына бөтәһенән дә бигерәк сабыйҙары тыуған ғаиләләр мохтаж”, — тип яҙған ул интернеттағы блогында. Павел Алексеевичтың фекеренсә, был йәһәттән ҡайһы бер төбәктәрҙең ыңғай тәжрибәһен файҙа­ланырға мөмкин: процент ставкаһын ғаиләлә ике бала тыуған осраҡта — 50, өсөнсөһө тыуһа 100 процентҡа кәметәләр.
Әлбиттә, башҡа схемалар ҙа бар. Мордва Республикаһында, мәҫәлән, ғаиләлә өсөнсө бала тыуһа, ипотека буйынса ҡалған бурыстың 30 процентын “ғәфү итәләр”, ә дүртенсегә тә­үәккәлләһәләр, заем тулыһынса иҫәптән сығарыла. Татарстанда социаль ипотека кредитынан файҙаланған ғаиләләргә бурыс­тарының күпмелер өлөшөн ҡаплар өсөн кире ҡайтарылмаған субсидия бүленә. Тверь өлкә­һендә өс һәм унан да күберәк балалары булған ғаиләләрҙең бурысы яртылаш ҡыҫҡартыла. Ғөмүмән, һәр төбәк, ҡаҙна мөмкинлектәренән сығып, ташламаларҙы ла үҙаллы билдәләй ала. Дәүләт Думаһы депутаттары иһә был осраҡта бурыстарҙы ғәмәлдән сығарыуҙың берҙәм ҡағиҙәһен ҡабул итмәксе.
Башланғысты башҡа тармаҡ белгестәре лә хуплай. Эксперттар фекеренсә, ҡануниәттәге бындай үҙгәрештәр тәү сиратта йәштәргә торлаҡ мәсьәләһен хәл итеүҙә ҙур ярҙам буласаҡ, бынан тыш, илдә тыуым да артасаҡ. Әммә уларҙы бөгөнгө шарттарҙа ил ҡаҙнаһының бындай түләүҙәргә көсө етеү-етмәүе генә шикләндерә. Ни тиһәң дә, бөгөн Рәсәй халҡының яҡынса 4 миллионы торлаҡ мәсьәләһен ипотека кредиты иҫәбенә хәл иткән һәм бурыстарҙы ком­пенсациялауға триллион һумдар кәрәгеүе ихтимал. Ҡайһы берәүҙәр хәл итеү юлын ҡаҙна сығымдарын ҡыҫҡартыуҙа күрә, әммә был осраҡта төрлө ташламаларҙан файҙала­ныусыларҙың зыян күреүе бар. Фекер алышыу дауам итә.


Вернуться назад