Ни сәсһәң... Бәлки, бер нәмә шытыр...12.04.2016
Ни сәсһәң... Бәлки, бер нәмә шытыр... Баҡса үҫтереүселәр йыл да миҙгел башланыр алдынан орлоҡ һатып алыу өсөн сауҙа нөктәләренә, ҡала баҙарына юллана. Бөгөн магазин кәштәләрендә орлоҡтоң ниндәйе генә юҡ. Ғәҙәттә, ҡаптарына төшөрөлгән ҙур-ҙур йәшелсә, күҙҙең яуын алырлыҡ аллы-гөллө сәскә һүрәттәрен күреп, һуш-аҡылыбыҙ китә. Ышанабыҙ, аҡсабыҙҙы йәлләмәй ашығып алабыҙ ҙа... күп осраҡта алданабыҙ.

Ветеринария һәм фитосанитария күҙәтеүе буйынса федераль хеҙмәт (“Россельхознадзор”) мәғлүмәттәренә ҡарағанда, бөгөн сауҙалағы орлоҡтоң яртыһы закон талаптарына яуап бир­мәй. Һәр икенсе һатыусы ҡануниәтте боҙа.
Ялтыр ҡаптарҙа нимә генә тәҡдим итмәйҙәр: яраҡлылыҡ ваҡыты сыҡҡан орлоҡтар, бер сортты махсус рәүеш­тә икенсеһе менән алмаштырыуҙар, зыянлы ҡый үләндәре һәм башҡалар. Айырыуса донъяла булмаған сорттар һушты ала. Сертификатын һорай баш­лаһаң, яуабын табалар, әммә документтарын ғына күрһәтергә ашы­ғып бармайҙар. Ғөмүмән, орлоҡ баҙа­ры бөгөн шул тиклем алдаҡҡа ҡорол­ған. Уйлап ҡараһаң, бында бит тауар­ҙы күҙ йомоп һатып алған кеүек. Йә уңаһың, йә туңаһың тигәндәй... “Россельхознадзор” белгестәре әйте­үенсә, ғәҙәттә, закон боҙоу осраҡтары шәхси кибеттәрҙә лә, ҙур-ҙур мага­зиндарҙа ла теркәлә. Тәүгеләренә (уларҙы халыҡ телендә “сумаҙан­сы­лар” тип тә йөрөтәләр, сөнки тауар­ҙарын сумаҙанда йөрөтәләр) — 300 һумдан 500 һумғаса, ә эшҡыуарҙарға 500-ҙән 1000 һумға тиклем штраф ҡаралған. Юридик берәмектәргә хоҡуҡ боҙоу осраҡ­тарын бөтөрөү тураһында бойороҡ та тотторалар. Әммә был ғына орлоҡ баҙарындағы хәлдәрҙе үҙгәртһә икән...
Орлоҡтарҙы махсус рәүештә ял­ғанлап күрһәтеү менән шөғөлләнгән­дәрҙең фантазияһына иҫең-аҡылың китерлек. Ниндәй генә сорттар уйлап тапмай бит улар... “Длинная тупая без сердцевины” сортлы кишер, “Соленые уши” ҡыяры, “Пасхальное яицо” томаты... Ҡыҙыҡмы? Ә бит күптән түгел “Россельхознадзор” белгестәре нәҡ ошондай исемле тауарҙарҙы сауҙанан алдыртҡан. Күптәребеҙ хатта киң билдәле “Бычье сердце” сортлы томаттың да “росреестр”ҙа теркәлмәүен белмәйҙер әле. Был орлоҡто кемуҙарҙан һатып алһаҡ та, ғәмәлдә ул законһыҙ икән.
— Сорттарҙың реестрҙа теркәлеүе тәү сиратта уның генетик таҙалығы һәм беҙҙең зона шарттарына тура килеү-килмәүе хаҡында һөйләй, — тип аңлата “Россельхознадзор” вәки­ле Ольга Чанова. — Әгәр орлоҡ реестрға индерелмәгән икән, тимәк, ул һынауҙы үтмәгән йәки бөтөнләй тикшерелмәгән. Бындай орлоҡтар­ҙан, әлбиттә, теләгән уңышты йыйып алыуың бик икеле.
Ғөмүмән, орлоҡ баҙары алдаҡ­сы­ларҙы тәү сиратта үҙенең үҙенсәлеге менән арбай. Бында яуаплылыҡ юҡ кимәлдә. Бер пакет орлоҡтоң хаҡы кәмендә 5 һумдан башлана. Билдәле, бер нисә тин өсөн баҡсасы полицияға мөрәжәғәт итеп тә тормаясаҡ. Ә һо­рау, бигерәк тә яҙ осоронда, бик ҙур, тимәк, тауар әйләнеше лә бәләкәй түгел. Унан һуң алданыуың да бит бер-ике айҙан — кишер урынына эт дегәнәге үҫеп сыҡҡас ҡына асыҡ­ла­насаҡ. Ике айҙан һуң һа­тыусыға орлоҡтоң нәҡ унан һатып алынғанын иҫбат итеп ҡара инде... Был һатыусыны тапһаң әле... Тапҡан ос­раҡта ла ул һиңә орлоҡтоң дөрөҫ сәселмәүе, дөрөҫ ҡаралмауы ха­ҡын­да лекция уҡыуҙан ары китмә­йәсәк.
Белгестәр билдәләүенсә, бөгөн төбәктәрҙә фальсификаттың күләме 1 проценттан 10 процентҡаса етә. Орлоҡ баҙарының яртыһы тиерлек кондицияға яуап бирмәй. Йыш ҡына алдаҡсылар орлоҡ тултырылған пакеттарға сүп үләндәрен дә ҡушып ебәрә — быныһы инде тауарҙың ауырлығын арттырыу өсөн махсус алым.
Урамдарҙа, юл ситтәрендә орлоҡ­тар һатып алғанда һаҡ булығыҙ, алданмағыҙ. Иң яҡшыһы: орлоҡтарҙы махсус магазиндарҙан һатып алырға тырышығыҙ.


Вернуться назад