Ниңәлер беҙҙең халыҡ артыҡ ышаныусан.
Был һыҙатыбыҙҙы файҙаланырға әҙерҙәр бөгөн быуа быуырлыҡ. Йәмғиәтебеҙ шулай ҡоролғандыр, ахырыһы. Кемдер алдай, кемдер
алдана...
Редакцияға үтенес менән килеүселәр байтаҡ. Ахыр сиктә, бер ерҙә лә яҡлау таба алмағас, “Матбуғат көсө ярҙам итмәҫме?”
тигән өмөттәре тыуалыр. Был юлы ла шулай булды. Әлиә (исеме үҙгәртеп алынды) – белемле, һылыу, мөләйем ҡатын. Яңғыҙы бәләкәй бала тәрбиәләй. Һөнәре буйынса табип. Алданыуының нигеҙендә уның тормош шарттарын яҡшыртыу маҡсаты торғандыр тим, сөнки декрет ялында ултырған ҡатындың аҡса еткерә алмауы көн кеүек асыҡ. Быға тиклем Әлиә төрлө дистрибьютер-фәләндәрҙе өнәмәгән. Ишекте шунда уҡ танау төптәрендә үк шартылдатып япҡан. Ә бына был юлы нисек алданғанын һиҙмәй ҙә ҡалған.
Ауылдашы уны селтәр маркетингы буйынса эш иткән фирманың асылыу тантанаһына саҡыра. Йәнәһе лә, селтәргә иң тәүҙә ҡушылғандар, эштең башында торғандар отасаҡ. “Аҡсалы ла булырбыҙ, һаулыҡты ла нығытырбыҙ”, – тип өмөтләндерәләр Әлиә кеүектәрҙе һәм ниндәйҙер фәнни-етештереү предприятиеһының “Лидомед” тип аталған приборын һатып алырға өндәйҙәр. Был ҡорамал ярҙамында 15 минут эсендә кешенең нимә менән ауырығанын, уға ҡайһы дарыуҙы эсергә була, ниндәйен ярамай икәнен белергә мөмкин, тиҙәр.
Әлиә, аҡсаға ҡытлыҡ кисергәс, яңы технологияның матди йәһәттән файҙаһы менән нығыраҡ ҡыҙыҡһына. Ни тиһәң дә, “Лидомед” менән бер сеанс 1500 һум самаһы тора, ә ул – табип. Әле бына офиста һаулығын тикшертергә теләүселәрҙән оҙон сират йыйылған. Ауылдашы ла албырғап ҡалған ҡатындың алҡымынан ала. “Ауырыуҙар өйөңә килеп торор, рәхәтләнеп аҡса эшләрһең”, – тип өгөтләй. Асылда иһә медицина фәндәре кандидаты, дермато-венеролог булып эшләгән Әлиәнең абруйын файҙаланып аҡса һуғыуҙы алдан уҡ маҡсат итеп ҡуйғандарҙыр улар. Ошо өгөтләүҙәргә нисек ышанғанын әле лә аңлап бөтмәй ҡатын.
– Әйтерһең, гипноз булды. Үҙем менән нимә булғанын да аңламайыраҡ ҡалдым, – ти ул хәҙер.
Шулай итеп, хаҡы 35 мең һумдан ашыу булған приборҙы тотоп фатирына ҡайтҡас, уны тикшереп ҡарарға була Әлиә. Яңы ғына бала тапҡан йәш әсәлә ниндәй генә ауырыу табылмай: сифилис, гонорея һәм төрлө-төрлө паразиттар. “Бына, исмаһам, аптыраҡ!” – тип, Әлиә барлыҡ туғандарына ошо йыһаз ярҙамында диагностика үткәрә. Араларында бер генә һау кеше лә табылмай: барыһы ла енси ауырыуҙарҙан яфалана, барыһының да эсе тулы ҡорт, имеш. Шундай һөҙөмтәләрҙе күргәс кенә ҡатын төпһөҙ кәмәгә ултырғанын аңлай һәм, әлеге приборҙы тотоп, һатыусыларға йүгерә. Әммә офиста уны “танымайҙар”. “Интернет селтәре аша алған йыһазды хәҙер беҙгә тапшырырға маташаһығыҙ. Һеҙгә уны беҙ һатманыҡ”, – тип кире боралар. Ысынлап та, Әлиәнең чегы ла, башҡа дәлилдәре лә булмай. Приборҙың хаҡын түләр өсөн шәхси банк картаһын үҙ ҡулы менән ауылдашына тотторған бит ул! Алданған ҡатын аҡсаһын ҡайтарырға булып полицияға ғариза яҙа, башҡа хоҡуҡ һаҡлау органдарына, “Роспотребнадзор”ға мөрәжәғәт итә, әммә әлегә эштең ыңғай хәл ителере икеле. Шуға ла Әлиә редакцияға мөрәжәғәт иткән дә инде.
– Тәү сиратта ололар һәм ысынлап та табип ярҙамына мохтаж кешеләр зыян күреп ҡуймаһын тип, гәзит уҡыусыларҙы иҫкәрткем килә. Махсус диагностиканы бары тик дауахана шарттарында ғына үткәреп була. Һаулығын ҡайғыртҡан кеше бары табип ярҙамына ғына өмөт итә ала, – ти ул.
Әйткәндәй, әлеге приборҙы Әлиә БДУ-ның Физика-техник институты директоры Роберт Әсҡәт улы Яҡшыбаевҡа күрһәткән.
– Алдауҙың заманса бер ысулы. Ҡыҫҡаса әйткәндә, инновациялы лохотрон! – тип баһалама биргән ғалим.
Шулай итеп, мутлашыусыларҙың ауына эләккән Әлиә аҡсаһын һаман ҡайтара алмай. Ә теге фирма бер ни булмағандай эшләүен дауам итә. “Һаулыҡты нығытыусы” тауарҙарын Интернет селтәре ярҙамында ла, дистрибьютерҙар аша ла тарата. Тимәк, алданыусылар артҡандан-арта.
Алдашыусылар, мутлашыусылар тураһында күп яҙырға тура килә беҙгә. Әммә ҡайһы саҡта журналистар ҙа уларҙың ҡармағына эләгеп ҡуя. Уңайы тура килгәндә ошо хаҡта ла яҙып үтәйек. Редакцияға кеше күп килә, тип әйтеп үткәйнем инде. Улар араһында мутлыҡ ҡылырға теләүселәр булыуы тәбиғи.
Бер көн насар ғына кейенгән инәй килеп инде.
– Ҡыҙҙар, әйҙәгеҙ, кәрт һалам!
– Юҡ, кәрәкмәй.
– Йөҙ һум ғына. Артығын һорамайым. Икмәклек-сәйлек тә аҡсам юҡ...
Шулай тип торғас, йәлләнек үҙен. Бармаҡтарына тасылдатып төкөрөп алды ла таушалып бөткән кәрттәрен һала башланы әбей.
– Уй, ҡыҙым, аяҡтарың һыҙлай икән (Көн һайын бейек үксәле туфли кейеп йөрөгәс, һыҙлай инде, тип эстән генә килешәм. – Авт.). Эргәлә генә йөрөгән ышаныслы әхирәтең гел яманлыҡ теләп тора. Иреңә артығын эсергә ярамай (Артығын эсергә кемгә ярай икән һуң? – Авт.). Малайың ныҡ сирләп киткән икән. Ябыҡҡан (Күрәҙәлегенең дөрөҫлөккә тап килгән берҙән-бер һөйләме ошо булды. Малай, ысынлап та, дауаханала ятып сыҡты. Ябығыуы ни, өс килограмм самаһы ғына. – Авт.) Тағы бер ҡыҙыҡай күрәм. Йәһәтерәк декретҡа китә һал, ваҡытың үтеп китһә, шунан малай тыуып ҡуйыр (Ул күргән ҡыҙыҡайға һигеҙ йәш тулғанын әйтеп торманым инде. – Авт.). Өйөңдә бер ҙә тыныслыҡ юҡ. Сихырлағандарҙыр, ахырыһы. Гел ығы-зығы ғына күрәм (Өйҙә – ике бесәй, һарайҙа – ҡуяндар, тауыҡтар. Тап ошо мәлдә көсөк алдыҡ. Уныһы ла өйҙә әле. Көсөктөң ығы-зығы түгел, мәхшәр булдырған сағы. – Авт.).
– Шул тиклем хайуан йәшәһен дә, ығы-зығы булмаһын... Шулай инде, – тим, “күрәҙәсе” менән килешеп.
– Әстәғәфирулла, ҡәйнәңдәр менән бергә тораһыңмы әле! Шуға эргәңдә ҡара энергия йыйылған шул. Бетеү эшләйемме? Хәлең насарланып китмәҫ борон ҡотҡарырға кәрәк һине!..
– Ул бетеү өсөн күпме һорайһың һуң?
– Мең һум бирһәң, ризамын. Оҙаҡҡа һуҙма, – ти.
Инәйҙе бүлмәнән саҡ оҙаттыҡ. Бер килке ваҡыт үткәс, икенсе бүлмәгә инһәм, теге йәнә кәрт һала.
– Уй, ҡыҙым, аяғың һыҙлай икән... – тип башланы ул һүҙен.