Ҡасан тыйыла?12.04.2016
Республика Башлығының ҡарарына ярашлы, Башҡортостанда яҙғы һунар миҙгеленең башланыуы
16 апрелдән 23-өнә күсерелде һәм 2 майға тиклем дауам итә.
Башҡортостандың тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министры урынбаҫары Илдус Яхин әйтеүенсә, был үҙгәреш һунарсыларға уңайлыҡтар булдырыу өсөн эшләнгән: “Һунарсылыҡтың элекке осоронда һауа шарттарының насар булыуы арҡаһында һыу ҡоштарының килеүе тотҡарланған. Шулай итеп, һунар итеүҙең һөҙөмтәһе кәмей. Шул уҡ ваҡытта һунарсылыҡ осороноң үҙгәреүе ҡоштарҙың һанына кире йоғонто яһамай”.
Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ: республика биләмәһендә ҡурпысыҡтарға, ҡыр ҡаҙҙарына (һоро ҡыр ҡаҙҙарынан башҡа), ата өйрәктәргә, һуйырҙарға, ҡорҙарға һунар рөхсәт ителә. Ләкин һунарсылыҡтың үҙ ҡағиҙәләре барлығын оноторға ярамай. Рәсәй Федерацияһының һунарсылыҡ ҡағиҙәләренә ярашлы, яҙғы һунар тик һыу ҡоштары менән урман ҡоштарына ғына рөхсәт ителә. Ҡырағай хайуандар тауышы сығарған электрон приборҙар ҡулланыу, һыу ҡоштарын эҙәрлекләү өсөн кәмәләр ҡулланыу, ҡурпысыҡтарҙың иртәнге “тартылыу” мәлендә һунар итеү тыйыла.