Кейектәрҙең йәннәте12.04.2016
Башҡортостанда тыуып үҫкән­дәр бөтә яҡтан да бәхетле, ми­неңсә – мул һыулы йылға-күл­дәре, тау-урмандары, тәбиғәте, ҡаҙылма байлыҡтары менән күп­тәрҙең күҙен ҡыҙҙыра, ымһын­дыра ул. Ошо тәбиғи матур­лыҡты һаҡлау, үҫеп килеүсе быуынға еткереү маҡсатында республика Хөкүмәте айырым һаҡланыусы ҡурсаулыҡ, милли парктар ойош­торҙо.
Республика биләмәһендә, мәҫәлән, өс ҡур­саулыҡ, файҙалы үҫемлектәрҙе һаҡлау өсөн 12 заказник, 15 һу­нарсылыҡ заказнигы, “Башҡорт­остан” милли паркы, 2 тәбиғәт паркы 150-гә яҡын тәбиғәт һәй­кәле бар. Республика халҡы Мәләүез районы билә­мәһендә урынлашҡан “Көн­гәк” ҡурсаулы­ғы тураһында тулы­һынса белеп тә етмәйҙер, бәлки. Ул ҡырағай йәнлектәргә бай – мышы, ҡабан сусҡаһы, һеләүһен, йәтсә, ҡон­доҙ, һыуһар, шулай уҡ аҡҡош, өйрәк, ҡауҙы, ыласын һәм башҡа ҡош-ҡорт, әлбиттә, “Ҡыҙыл китап”ҡа индерелгән. Ҡурсаулыҡ­тың сиктәрен аншлаг, схема, карталар күрһәтә, һүҙ юҡ – хеҙмәткәрҙең тырышлығы, энтузиазмы ярҙамында йәнлектәр һаны артты, ләкин законды һаҡламаусы бәндәләр тәбиғәт өсөн иң ҡурҡынысы булып ҡала бирә. Тыйыуға ҡарамаҫтан, ярамаған урында усаҡ яғыу, сүп-сар ташлау, ыуылдырыҡ сәскән осорҙа балыҡтарға ау һалыу, һунар миҙгеле барышында, би­ләмәгә дәрәжә, вазифа менән уҫал ниәттә файҙаланып, ҡар­гиҙәрҙә йәнлеккә һунар итеү, көтөү-көтөү йылҡыһын урман эсенә ҡыуыусылар ҙа бар. Улар өсөн ҡырағай йәнлек – табыш. Әйҙә, рәхәтләнеп һунар ит.
“Көнгәк” ҡурсаулығында эш­ләү­селәрҙең уңыштары күҙгә күренерлек, ҡасандыр бармаҡ ме­нән генә һанарлыҡ ҡалған йәнлектәр һаны артҡан, юғалыу сигенә еткән сәскә, үҫемлектәр фау­наһы ялан-болондарҙы биҙәй.
Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәренең алһыҙ-ялһыҙ хеҙмәте, йоҡоһоҙ төндәре, ҡар-ямғырға ҡарамай тәүлек әйләнәһенә тиҫтәләп үткән саҡрымдары, браконьер­ҙар ме­нән йөҙгә-йөҙ килешеп, йәнлек­тәрҙе ҡурсалап ҡалыу өсөн бәре­леш мәлдәре. Кемдәр­ҙер, саф һауала тәғәйен сәғәт йөрөйһөң дә, шуның менән эш тә бөтә, тип уйлайҙыр. Ҡыш­ҡыһын билдән көрт йырып, тоҡ артмаҡлап яралы йәки ас йән­лек­тәргә аҙыҡ ташыу, яҙғыһын боҙло һыуҙа ҡалған бәләкәс мышы, ҡоралай бәрәсен ҡот­ҡарыу – һанай китһәң, көн һайын ғәҙәттән тыш хәлгә осрарға тура килә.
Ҡурсаулыҡ асылғандан бирле үҙҙәренең яҙмышын ошондағы тынғыһыҙ хеҙмәткә арнаған белгестәр “Көнгәк”тән башҡа тормоштарын күҙ алдына килтерә алмай. “Тырышлығыбыҙ – халыҡ өсөн. Юғалыр сиккә еткән йән­лектәрҙең бөгөн көтөү-көтөү булып осрауы – беҙҙең хеҙмәткәр­ҙәр эшенә ысын баһа. Ҡасандыр ҡурҡып, ҡурсаулыҡ барыбер юҡ­ҡа сығасаҡ тип күҙаллаусылар бөгөн бындай уңыштарҙы күреп, аптырап ҡала. Эшебеҙ ауыр, әммә ҡотҡарылған һәр йәнлекте, тапалыуҙан ҡалған үҫемлекте, тамырына балта сабылыуҙан һаҡ­ланған ағасты күрһәң, күңел­дәрҙә ғорурлыҡ тойғоһо уяна”, – ти улар.
Ял итергә яратыусылар тиҙ­ҙән тағы ла тәбиғәт ҡосағына ашы­ғыр, бәрәстәре менән нәҫе­лен дауам итергә, йәшеренергә тырышҡан йәнлектәргә, тәрән ятҡылыҡтарҙа ыуылдырыҡ сәс­кән балыҡтарға кешенән һаҡла­нырға урын кәмейәсәк. Йырт­ҡыстарға һөжүм итеү түгел, ә ҡурсалау, яҡлау ниәте менән бағайыҡсы. Тарихи Көнгәк тауы артабан да йәнлектәр өсөн ысын мәғә­нәһендә ҡурсаулыҡ булып ҡалһын.




Вернуться назад