Ҡорҙар12.04.2016
Хәҙер ҡайында ултырған ҡорҙарҙы һирәк күрәһең, ә етмешенсе йылдарҙа улар шул тиклем күп ине, бигерәк тә Тәтешле районының һунар биләмәләре сиктәрендә.
Мин – йәш һунарсы – һәр ҡыуаҡ артында ҡырағай йәнлек ултырыуына шикләнмәй, ҙур булмаған йылға буйлап атлайым. Алда бер ҡарт ҡайын үҫә. Шул ҡа­йындың иң башында, нәҙек ботаҡтарҙы эйә биреп, өс ата ҡор ултыра. Бына һиңә уңыш! Тулҡынланыуымды саҡ-саҡ еңеп, мин яйлап ҡына боҫа-боҫа, уларға табан барам. Кәрәкле арауыҡҡа етмәйенсә, алдан атып ебәреүҙән үҙемде саҡ тыйып торам. Ҡайын урмандан бер ни тиклем ситтәрәк, шуға күрә артабан барыу файҙаһыҙ. Бөтәһен дә эләктерер өсөн ултырған төркөмдөң уртаһына тоҫҡап, тәтегә баҫам. Дары төтөнө таралыу менән, бер ни булмағандай, ҡорҙар үҙ урынында ултырыуын күрәм. Тағы ла берҙе атам – ҡорҙар урынында ҡала. Ике көбәкле мылтыҡты яңынан ҡороп, ҡайынға яҡы­ныраҡ сығып, атлап барышлай уҡ ике тапҡыр атам. Ҡорҙар урынында ҡала. Хәҙер юғалтаһы нәмә юҡ, асыҡтан-асыҡ ҡайын­дарға барам һәм шунда ғына ҡарасҡыларға атыуымды аңла­йым. Иң беренсе булып, берәйһе минең һунарымды күреп ҡал­манымы икән тип, яҡ-яғыма ҡаранам. Ә ҡарасҡылар бик шәп һәм бик яҡшы итеп урын­лаштырылған ине.

Аусы

Һунар көләмәстәрен тыңлап, Альберт беҙҙең менән урманға сығырға һораны. Ноябрь башы. Ҡар ҡатыш ямғыр яуа. Дуҫтарыбыҙ беҙҙе өйҙән 12 саҡ­рым булған урманға илтте лә, кисен килеп алырбыҙ, тип ҡайтып китте. Альберт мыл­тыҡһыҙ йөрөнө, шуға ла беҙҙең бөтә әйберҙәр уға аҫылған. Кискә табан һунарға уның бөтә ҡы­ҙыҡһыныуы һүрелде. Беҙҙең арттан машина килмәне, йәйәү ҡайтырға тура килде. Өйгә тиклем 5 саҡрым тирәһе ҡалғас, юлды ҡыҫҡартып, һөрөнтө ер аша үтергә булдыҡ. Уртаһына ғына еткәйнек, ямғыр башланды, һәм атлауы тағы ла ауырлашты. Альберт өндәшмәй, ә былай ул бер туҡтауһыҙ һөйләнә торған кеше, хәйер, бөтәбеҙ ҙә шып-шым киләбеҙ. Тура юл беҙгә киреһе менән сыҡты. Өйгә төнгә генә ҡайтып еттек. Альберт ҡабат бер ҡасан да һунарға барам тимәне.



Вернуться назад