Ҡаланы үҫтерер көс12.04.2016
БДУ-ның Стәрлетамаҡ филиалында “Йәштәр. Үҫеш. Фән” фестивале башланды.
– Уҡыу йортонда һәр яҙ ошондай сара үткәреү изге йолаға әүерелде. Ундағы башланғыстар студенттарҙың, уҡытыусыларҙың фәнгә ынтылышын, күп яҡлы ғилми эҙләнеүҙәрен күрһәтә, – тине фестивалде асыу тантанаһында филиал директоры Алексей Ковальский.
Сараның майҙаны киң: көнүҙәк мәсьәләләргә ҡағылышлы “түңәрәк өҫтәл”дәр, 200-ҙән ашыу секция эше, конференциялар, музейҙарға экскурсиялар, интеллектуаль уйындар...
– 250 йыллыҡ тарихҡа эйә сәнәғәт ҡалаһы Стәрлетамаҡта фән донъяһына урын һәр саҡ бар. Бындағы тормош йәштәр донъяһынан айырылғыһыҙ. Ошондай фестивалдәрҙең ҡаланың үҫешенә йоғонто яһарына шик юҡ, – тип билдәләне хакимиәт башлығының беренсе урынбаҫары Марат Мусин.
Уҡыу йорто Стәрлетамаҡтағы предприятиелар менән уңышлы хеҙмәттәшлек итә. Мәҫәлән, “Авангард” компанияһында яңы кафедра асыуға килешеү төҙөлгән. Бынан тыш, завод инженерҙары уҡыу йорто ғалимдары менән берлектә газ һәм нефть тармағына тәғәйенләнгән инновацион продукт әҙерләй. Бындай башланғыстар ике яҡ өсөн дә файҙалы.