“Йыл уҡыусыһы” ниндәй була?12.04.2016
Район хакимиәтендәге мәғариф идаралығының бүлек мөдире Роза Ғүмәрованың башланғысы менән Бөрйәндә алтынсы мәртәбә “Йыл уҡыусыһы” конкурсы үтте. Уның йомғаҡлау өлөшөндә төрлө конкурстарҙа, олимпиадаларҙа еңеү яулаған, йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан туғыҙ үҫмер һынау тотто.
Бәйгеселәр, ҡул һәм күңел көсөн һалып, үҙ зауығына ярашлы айырым күргәҙмә ойошторғайны. Унда һәр баланың киләсәктә ниндәй һөнәр һайларға теләгәне асыҡ салынды: уҡытыусы, табип, спортсы, йырсы, бейеүсе, программалаусы, яҡшы хужа, хужабикә...
Ярыш башында уҡыусылар үҙе менән таныштырҙы. Был мәғлүмәтте биреүҙә шиғыр, ҡобайыр жанрына мөрәжәғәт итеүселәр, музыка ҡоралдарын ҡулланыусылар айырыуса һоҡландырҙы. Артабан балаларға “Бөрйәнем – тыуған төйәгем” тигән викторина тәҡдим ителде. Һорауҙар йәш быуындың аң-белем даирәһен, гәзит-журнал, китап уҡыу-уҡымауын асыҡлауға ҡоролғайны.
“Туризм – тыуған яғымдың киләсәге” тигән проектын да уңышлы яҡланы йәш райондаштарыбыҙ. Был эште дөрөҫ ойоштороуҙың тотош төбәк өсөн әһәмиәтле, файҙалы буласағын иҫбатланылар, үҫешкә бәйле тәҡдимдәрен индерҙеләр. Шулай уҡ “Мин – лидер” тигән ярыш төрөндә ҡатмарлы хәлдәрҙән сығыу юлын күрһәтеп, тормошҡа ниндәй кимәлдә әҙер икәнлеген күрһәтте йәштәребеҙ.
Бәйгеселәр төрлө номинацияла билдәләнде, урындарға лайыҡ булды. Төп бүләк иһә Байназар мәктәбенән Роза Ишбулатоваға тапшырылды. Йәштәрҙең заманса уй-фекерҙәрен ишетеп, тормоштоң яңы биҙәктәрен күреп ҡайттыҡ был бәйгенән. Уҡыусылар ҙа үҙенә яңы бурыстар алып, даими камиллашыу теләге менән таралышты.