Һәр уңышҡа ҡыуанһаң...12.04.2016
Һәр уңышҡа ҡыуанһаң... Заман технологиялары алға китһә лә, уҡытыусыһыҙ бер ни атҡарып булмай. Үҙгәреш юлындағы ҡатмарлы бурыстарҙы хәл итеү, шул уҡ ваҡытта йәш быуынға рухи-әхлаҡи тәрбиә биреү тап уның һөнәри оҫталығына, ижади һәләтенә, мәҙәни кимәленә бәйле. Ошондай педагогтарҙың береһе – Күсей мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Илүзә Латипова.


Бала саҡтан ошо һөнәр хаҡында хыялланыуы уны Сибай педагогия училищеһына алып килә. Студент сағында ижад менән дә шөғөлләнә Илүзә: тәүге шиғырҙарын, хикәйәләрен яҙа. Иншаларын уҡып, уҡытыу­сыларының хайран ҡалғанын йылмайып иҫкә ала ул хәҙер.
Училищены тамамлаған йәш белгесте Салауат ҡалаһына эшкә ебәрәләр. Илүзә Мөхәмәт ҡыҙы, белем биреү менән бер рәттән, БДУ-ның филология факультетында ситтән тороп уҡый. Сәсән телле, йыр-бе­йеү­гә һәләтле педагогты Салауатта ҡалдырырға тырышһалар ҙа, ҡыҙ егете Күсемдең тыуған ауылына ҡайтырға ҡарар итә. Йәштәр, ғаилә ҡороп, ошо ерҙә төпләнә. Хәҙер инде Илүзә Мөхәмәт ҡыҙының бында башҡорт теле һәм әҙәбиәтен уҡытыуына 20 йыл булып килә.
Өлгәшелгәндәргә ҡәнәғәтлек кисереп, туҡталып ҡала торған­дарҙан түгел ул. Һәр саҡ үҫеш­кә, камиллыҡҡа ынтыла. Кон­ференцияларҙа, конкурстарҙа даими ҡатнашырға тырыша. 2011 йылда, мәҫәлән, район­дың башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусылары бәйгеһен­дә еңеү яулап, республика кимәленә сыҡты һәм лауреат булды. Уҡыусылары ла төрлө олим­пиадаларҙа, ярыштарҙа, “Урал батыр” эпосын яттан һөйләү конкурсында гелән призлы урын яулай.
– Һөнәрем менән бәхетле­мен, – ти уҡытыусы. – Эшкә гелән ашҡынып киләм. Уҡыусы­ла­рым­дың бәләкәй генә уңы­шына ла ҙур шатлыҡ кисерәм, уларға ҙур ышаныс белдерәм, маҡтайым. Уҡытыуҙың традицион алымдарын заман технологиялары менән уңай берләштергәндә, һәр дәрес ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс килеп сыға. Һөҙөмтәлә бала үҙе үк те­маға ҡарата ҡыҙыҡһыныу бел­дерә, белемгә ынтыла башлай, ижади фекерләргә өйрәнә. Урындағы материалдарҙы ҡулла­ныу, ауылдың күренекле кеше­ләре хаҡында мәғлүмәт бирә барыу ҙа башҡорт теле һәм әҙәбиәте дәрестәрен байыта.






Вернуться назад