Халыҡ элек-электән аң-белемгә ынтылған, тормош шарттарын ғилем нигеҙендә яҡшыртыу мөмкинлеген белгән. Хәҙер инде камиллашыу юлдары бихисап, яңынан-яңы асыштарға шаһитбыҙ. Фәндең йылдам үҫеше арҡаһында хатта уҡыу-уҡытыу программаларын, методик әсбаптарҙы, дәреслектәрҙе ваҡытында төҙөп өлгөртөү ауырлаша. Шулай ҙа, һис шикһеҙ, мәғариф тармағында реформа үткәреү мөһим. Йәш быуын яңы шарттарға яраҡлашып, конкуренцияға һәләтле булып үҫергә тейеш.“Ни сәсһәң, шуны урырһың”, ти халыҡ. Баланы тормошҡа әҙерләү, әлбиттә, тәү сиратта ата-әсәнең бурысы. Сабыйының киләсәген беренсе урынға ҡуйып, улар ғаиләлә уңайлы мөхит булдырырға тейеш.
Балалар баҡсаһында иһә – яңы мөхит. Сабый өсөн ауыр, әммә бик кәрәкле осор. Шуға ла ата-әсә менән балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре араһында тығыҙ бәйләнеш урынлаштырыу ифрат мөһим. Ошондай күркәм мөхиттә сабый күңелендә милли рух тәрбиәләү күпкә һөҙөмтәлерәк булыр.
Республикабыҙҙа, мәғариф тураһындағы закондарға, Конституцияға таянып, райондарҙа милли белем биреү учреждениеларын һаҡлауға күп көс һалған кешеләр етерлек. Балалар баҡсаларының, мәктәптәрҙең милләтте һаҡлауҙағы тос өлөшөн аңлап эш итә улар. Шундайҙарҙың бер нисәүһен телгә алып үтмәксемен.
Башҡортостанда тәүгеләрҙән булып башҡорт мәктәптәре асыу, телебеҙҙе үҫтереү, милли кадрҙар әҙерләү мәсьәләләрен күтәреп, ғүмерен шул маҡсаттарҙы тормошҡа ашырыуға бағышлаған профессор, Борай ҡыҙы Мөсәлиә Хәйруллинаның исемен тыуған ауылы Ҡушкүлдәге мәктәпкә биреү уңайынан ойошторолған сарала ҡатнашырға тура килгәйне.
...1947 йыл. Өфөлә яңы ғына асылған 9-сы башҡорт мәктәбенә төрлө райондарҙан һуғыш осоро балаларын йыйҙылар. Мөсәлиә Ғәли ҡыҙы урыҫ теленән уҡыта ине. Дәреслектәр ҙә, дәфтәрҙәр ҙә юҡ. Ә уҡытыусыбыҙ “йырлап” белем бирә! Ошондай ихлас тырышлығы, фиҙакәрлеге менән ул беҙҙе, урыҫса бер ауыҙ һүҙ белмәгән балаларҙы, тиҙ арала сит телде аңларға, арыу һөйләшергә, яҙырға өйрәтте. “Һеҙ, йәш милләттәштәребеҙ, һәр яҡлап ғилемле булырға тейеш, – ти торғайны остазыбыҙ. – Республикабыҙға милли кадрҙар кәрәк”.
Профессор дәрәжәһенә күтәрелгән урыҫ теле уҡытыусыһы “Тамырҙарыбыҙ — тәрәндә” тигән китабында: “Беҙҙең Борай — ата-бабабыҙ ҡалдырған аҫаба ер. Һөйләшебеҙ менән беҙ – борондан килгән башҡорт нәҫелдәре. Телебеҙҙе төплө өйрәнергә, ғөрөф-ғәҙәттәребеҙҙе белергә тейешбеҙ”, — тип яҙған.
Ошо аманатҡа тоғро ҡалып, район етәкселеге мәктәптәрҙә башҡорт телен уҡытыуға ҙур иғтибар бүлә. Мәҫәлән, Борайҙағы 3-сө мәктәптә булырға тура килгәйне. Унда уҡыу-уҡытыу, тәрбиә эшен дөрөҫ ойоштороу өсөн кәрәкле барлыҡ уңайлы шарттар тыуҙырылған. Әлбиттә, ҡулайлаштырыу еле был районды ла урап үтмәгән, әммә төбәк етәкселеге ҡатмарлы мәсьәләне хәл итеүҙең ыңғай юлдарын тапҡан. Һөҙөмтәлә мәктәптәр хеҙмәтен уңышлы дауам итә.
Балалар баҡсаларында ла эш яйлы: милли төркөмдәр булдырылған, телебеҙҙе дәүләт статусында өйрәтеүгә ҙур иғтибар бирелә. Сабыйҙар башҡорт әкиәттәрен уҡый, шиғырҙар ятлай, уйындарҙа ҡатнаша. “Әкиәт — хыял асҡысы, йомаҡ — зиһен асҡысы”, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” тигән сараларҙы үткәреү күркәм йолаға әүерелгән.
Борайҙың мәғариф учреждениеларында яҙыусылар, шағирҙар, ғалимдар менән осрашыуҙар йыш ойошторола. Шәжәрә байрамдарын үткәреүгә йәш быуын вәкилдәрен әүҙем йәлеп итеү ҙә тамырҙарыбыҙҙың киңәйеүенә, туғанлыҡ, дуҫлыҡ, илһөйәрлек тойғоларының көсәйеүенә ҙур йоғонто яһай.
Мәктәп бар ерҙә ауыл йәшәй. Ошо хәҡиҡәткә таянып, Күгәрсен районы етәкселеге белем усаҡтарын кәметмәү өсөн маҡсатлы эш алып бара. Ҡатмарлы мәсьәләләрҙән сығыу әмәлен таба улар.
Райондың мәғариф учреждениелары тығыҙ бәйләнештә эшләй. Әйтәйек, балалар баҡсаһының милли төркөмөндә тәрбиәләнгән сабый мотлаҡ башҡорт мәктәбенә ҡабул ителә. Ул IV класҡа тиклем фәҡәт туған телендә белем һәм тәрбиә ала. Башланғыс мәктәптә бирелгән рухи байлыҡ мәңгелек бит.
Ләкин, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, Рәсәй Конституцияһында Федерация составындағы барлыҡ халыҡтарға туған телде һаҡлау, уны өйрәнеү өсөн шарттар тыуҙырыу мөһимлеге хаҡында әйтелһә лә, республиканың бәғзе райондарында кире күренештәр осрап тора. Халыҡтың үтенесен дә иҫәпкә алмайынса, киләсәкте күҙалламайынса, белем усағын ҡулайлаштырырға ашыҡҡан урындағы хужаларҙың битарафлығы, яуапһыҙлығы уйға һала.
Мәктәптәрҙә йөрөгәндә уҡытыусыларҙың төрлө тәҡдим-теләген ишетергә тура килә. Әйтеүҙәренсә, элекке кеүек башҡорт һәм урыҫ телдәрен балаларҙың һанына ҡарап, уларҙы айырым төркөмдәргә бүлеп уҡытыу мөмкинлеге юҡ хәҙер. Етмәһә, бер класта төрлө милләт вәкилдәре белем алғас, педагог бер дәрескә ике план яҙырға тейеш. Ә бының өсөн эш хаҡы арттырып түләнмәй.
* * *
Һәр мәктәп коллективы яңы белем биреү стандарттарын ғәмәлгә ашырыу маҡсатында тырышып эшләй, ата-әсәнең ярҙамын тоя, мәғариф учреждениелары әсбаптар менән тәьмин ителә, кабинеттар йыһазландырыла, яңыса уҡытыу өсөн шарттар тыуҙырыла... Педагогтар дәрестәрҙе заман талаптарына ярашлы итеп үткәрергә лә өйрәнде. Улар уҡыусылары менән бергә үҫә, төрлө яҡлап камиллаша. Курстарҙа, конференцияларҙа, “түңәрәк өҫтәл”дәрҙә фекер алышыу эшмәкәрлектең төп йүнәлештәренең береһенә әйләнде. Ғөмүмән, яңы һулыш кисерә мәғариф тармағы. Реформалар белем усаҡтарының бер-береһе, шулай уҡ ата-әсә менән бәйләнешен тағы ла нығытһын, уҡытыусы киләсәктә лә иң кәрәкле һөнәр булып ҡалһын, мәктәптәге үҙгәрештәр республиканың, илдең тотороҡло үҫешен тәьмин итһен тигән теләктә ҡалайыҡ.