Урындағы власҡа баһа бир12.04.2016
Башҡортостандың район һәм ҡалалары халҡына 2015 йыл йомғаҡтары буйынса муниципаль берәмек хакимиәттәренең, шулай уҡ хеҙмәт күрһәтеүсе дәүләт һәм муниципалитет әһәмиәтендәге ойошмаларҙың эш һөҙөмтәләрен баһалау мөмкинлеге бирелә.

Сара 22 апрелдән 22 майға тиклем Интернет селтәрендәге “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында ойошторола. Унда Интернет селтәренә тоташҡан компьютеры йәки бүтән ҡулайламаһы булған һәм тейешле порталда теркәлгән һәр кеше ҡатнаша ала.
Һорау биреү Рәсәй Президентының һәм Башҡортостан Башлығының указдарын үтәү йөҙөнән үткәрелә. Уның маҡсаты – транспорт хеҙмәтләндереүе, автомобиль юлдары һәм торлаҡ-коммуналь хужалыҡ өлкәләрендә урындағы үҙидара органдары эшмәкәрлегенең һөҙөмтәлелеген арттырыу.
Сара йомғаҡтары менән “Башҡортостан Республикаһы тауышы” порталында һәм район-ҡалаларҙың рәсми сайттарында танышырға мөмкин.


Вернуться назад