Компенсация түләнәсәк12.04.2016
Башҡортостанда күп фатирлы йортта дөйөм мөлкәтте капиталь ремонтлау өсөн иғәнә түләүгә сығымдарҙы компенсациялау тәртибе ҡабул ителде. Тейешле ҡарар республика Хөкүмәте бойороғо менән раҫланған.
Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәте хәбәр итеүенсә, компенсация 70 йәшкә еткән яңғыҙ йәки пенсия йәшендәге эшләмәүсе граждандарҙың ғаиләһендә йәшәгән торлаҡ хужаларына түләнәсәк. Уға хоҡуҡ алыу өсөн йәшәгән урын буйынса Республиканың халыҡҡа социаль ярҙам күрһәтеү үҙәге филиалына мөрәжәғәт итергә кәрәк.