Мавроди ҡотолдо ла ул...12.04.2016
Ниһайәт, финанс пирамидаларына ла айырым статья булдырылды – ил етәксеһе был йәһәттән Енәйәт кодексына төҙәтмәләр индереү тураһындағы законға ҡул ҡуйҙы.

Элегерәк Сергей Мавроди ише шарлатандар “алдашыу” статьяһы буйынса ғына яуаплылыҡҡа тарттырыла ине. Унда ла ғәйеплене зыян күреүсе ғариза менән полицияға мөрәжәғәт иткән осраҡта ғына ҡулға алырға мөмкин булды. Бындай ҡануниәт, әлбиттә, яңы пирамидалар барлыҡҡа килеү өсөн бер нисек тә ҡамасау тыуҙыра алманы.
Хәҙер иһә хәл башҡасараҡ. Бынан ары пирамидаға яңы ағзалар йәлеп итеүҙән ниндәйҙер килем алыу вәғәҙәләп граж­дандарҙан һәм компанияларҙан аҡса һорау ҙа – эҙәрлекләүгә етди сәбәп. Яңы законға ярашлы, алдаҡсыларға 1,5 миллион һумға саҡлы штраф һалыу һәм 6 йылға саҡлы иркенән мәхрүм итеү ҡаралған. Белгестәр, әлбиттә, төҙәтмәләрҙең бик оҙаҡ ҡабул ителеүен дә билдәләй. Шулай ҙа булмағандан булғаны яҡшы.
Ғөмүмән, һуңғы йылдарҙа асыҡтан асыҡ финанс пирамидаһы төҙөп, халыҡты алдау юлы менән аҡса эшләүселәр артты. Иҫләһәгеҙ, бынан бер нисә йыл элек илдең иң билдәле “пирамида төҙөүсеһе” яңы “МММ”-дың пирамида булыуын бер кемдән дә йәшермәй һөйләп йөрөнө. Шул уҡ ваҡытта бер нисек тә яуаплылыҡҡа тарттырылманы. Йәнәһе, береһен дә алдамаған дабаһа! Әлеге закон шул ваҡытта уҡ эшләһә, Сергей Пантелеичҡа бындай “асыҡлыҡ” эҙһеҙ үтмәҫ ине, моғайын. Ә бөгөн иһә ундай “намыҫлы” махинаторҙар ҡалманы ла тиерлек.
Бөгөн Мавроди сит илдә йәшәй. Ә финанс эшмәкәрлеге төрҙәре күпкә алғараҡ китте. Әйтәйек, микрофинанс ойошмалары граждандарға вкладтары өсөн 35-40 процентҡа саҡлы килем вәғәҙәләй. Асылда был да бит – пирамида. Тик иҫбат итеүе генә ауыр хоҡуҡ һаҡлау органдарына. Хатта яңы закон да булышлыҡ итә алмай. Үҙәк банктағы коллегаларының мәғлүмәттәренә генә таянмаһалар инде. Ә улар быйыл ғына 50-гә яҡын финанс пирамидаһын асыҡлап өлгөргән. Алдаҡсылар йоҡламай.


Вернуться назад