“Илһам” йыйҙы дуҫтарын12.04.2016
“Илһам” ижади семинары быйыл да дауам итә. Баш ҡалабыҙҙа уҙғарылған был сарала төрлө райондарҙан йыйылған йәш ижадсылар ҡатнаша. Улар әҙәби әҫәрҙәр менән генә сикләнмәй, видеояҙмалар ҙа эшләй икән. Эйе, телефон камераһына ла сюжет төшөрөп була бит. Киләсәк ошондай кескенә аҙымдарҙан башлана.

“Илһам” ижади семинарының тәүге туры онлайн режимында үткәрелгән булған. Унда балалар үҙ ижад емештәрен Интернет аша ебәргән. Һынауҙы уңышлы үткәндәр – 21 уҡыусы – өс көнгә Өфөгә саҡырылған. Семинарҙы ойошторған М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының башҡорт филологияһы факультеты “Илһам”дарҙың һәр көнө мауыҡтырғыс һәм йөкмәткеле булһын өсөн бик шәп программа әҙерләгән.
Ижадсы йәштәр ошо көндәрҙә әҙәби-мәҙәни мөхиттә ҡайнап йәшәне. Республиканың баҫма матбуғат саралары редакцияларына сәйәхәт ҡылып, билдәле яҙыусы һәм шағирҙар менән осраштылар, махсус лекциялар ҙа тыңланылар. Семинарҙың ижадҡа ылыҡтырыуы, төрлө төбәктән йыйылған йәштәрҙең бер-береһе менән танышыуы киләсәктә емешен бирмәй ҡалмаҫ, тип өмөтләнәбеҙ.



Вернуться назад