“Осҡон” башҡорт видеоконкурсын ойоштороусылар иң яҡшы ролик авторҙарын эҙләй. Быйыл бүләкләү фонды күләме дүрт тапҡырға арттырылды һәм 200 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш, анимацион, документаль фильмдар һәм 30 секундлыҡ микрокино өсөн айырым номинациялар өҫтәлде. “Нәфис фильм” һәм “Социаль видеоролик” кеүек номинациялар иһә үҙгәрешһеҙ ҡалды.
Конкурсты Силәбе өлкәһенең Башҡорт йәштәре союзы, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтағы Башҡортостан студенттары, аспиранттары ассоциацияһы ойоштора. Проект илебеҙҙең төрлө төбәктәрендәге башҡорт ойошмаларының мәғлүмәти ярҙамы менән тормошҡа ашырыла.
Ғаризалар 30 ноябргә тиклем ҡабул ителә. Конкурста 2015-2016 йылдарҙа төшөрөлгән башҡортса фильмдар һәм видеояҙмалар ҡатнаша ала. Бәйгенең шарттары хаҡында социаль селтәрҙәге рәсми сәхифәлә ентеклерәк мәғлүмәт алырға мөмкин.